+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 17:00

Гран-при дәүләкәндәрҙә!

Әлшәй районында үткән «Сәсәндәрем, килегеҙ!» төбәк конкурсында яҡташтарыбыҙға йәнә уңыш йылмайҙы.

Әлшәй районында үткән «Сәсәндәрем, килегеҙ!» төбәк конкурсында яҡташтарыбыҙға йәнә уңыш йылмайҙы.
Башҡортостандың халыҡ сәсәне Зөләрәм Синигирева Гран-при яуланы! Ошондай оло исемде йөрөткән яҡташыбыҙ үҙенең оҫталығын йәнә бер раҫланы, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Миңзәлә Хәлилова менән Гөлүзә Әхмәҙиева икенсе дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Гөлнара Хозина «Уралсы» номинцияһында билдәләнде.
Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Миңзәлә Хәлилова менән Наилә Фазуллинаға шулай уҡ дипломдар тапшырылды.
Яҡташтарыбыҙҙың уңыштарына сикһеҙ шатбыҙ, уларға артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: