+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 17:20

Әхиәр Хәкимов премияһы тапшырылды

Кисә, 27 ноябрҙә, район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында Әхиәр Хәкимовтың премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Кисә, 27 ноябрҙә, район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында Әхиәр Хәкимовтың премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Комиссия ҡарары буйынса быйыл премия дүрт кешегә: “Әҙәби тәнҡит” номинацияһында яҙыусы, тәнҡитсе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ҡол Ғәли, Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты Рәиф Ҡадим улы Әмировҡа һәм филология фәндәре кандидаты Виктория Дамир ҡыҙы Шәүәлиеваға, “Художестволы әҙәбиәт тәржемәһе” номинацияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Дим” әҙәби берекмәһе рәйесе Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлиловаға, “Публицистика, башҡорт теленә тәржемә” номинацияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш. Бабич, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаға бирелде.
Был сара тураһында тулыраҡ район гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ
Читайте нас: