-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 19:25

Кешегә тоҙ бирергә яраймы?

Күптәргә таныштарының тоҙ һорап инеүе ғәҙәти күренеш. Ҡайһы ваҡыт кәрәк саҡта тап шундай ябай ғына әйберҙәр бөтөнләй бөткән йәки аҙ булып сыға.

Күптәргә таныштарының тоҙ һорап инеүе ғәҙәти күренеш. Ҡайһы ваҡыт кәрәк саҡта тап шундай ябай ғына әйберҙәр бөтөнләй бөткән йәки аҙ булып сыға.
Кеше йомош менән ингән икән, буш бороп сығарыу килешмәгән эш, әлбиттә. Әммә тоҙҙо ла белеп бирергә кәрәк. Бер ҡасан да тоҙҙо кешенең ҡулына тоттормағыҙ. Иң яҡшыһы – уны өҫтәлгә ҡуйығыҙ, кеше үҙе алһын.
Шуны ла онотмағыҙ, тоҙҙо ҡайтарып бирергә ярамай, был уға бүләк сифатында бирелеүен аңлатығыҙ. Әгәр танышығыҙ улай риза түгел икән, бер нисә тин аҡса бирә ала, йәнәһе, һеҙҙән тоҙҙо һатып ала.
Читайте нас: