Уҡыу йылы башында райондың мәғариф бүлеге тарафынан “Әхиәр уҡыуҙары” тип исемләнгән конкурс иғлан ителде. Уның маҡсаты - яҡташыбыҙ Әхиәр Хәкимовтың ижадын пропагандалау, уҡыусыларҙа шиғриәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Һәр уҡыусы яҙыусының бер шиғырын таусири һөйләп, видеояҙмаһын ебәрергә тейеш ине. Конкурста уҡыусылар ихлас ҡатнашты. Жюри ҡарамағына 30-ҙан ашыу эш тапшырылды. Улар араһынан иң һәләтлеләре асыҡланды. Бер төркөм уҡыусыларға мәғариф бүлеге дипломдары һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.