Бөгөн, 2 декабрҙә, Соколовка ауылында Айыухан, Батрак, Ташлы-Шәрип, Дүртөйлө, Көрмәнкәй ауыл клубтарының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар артислыҡ һәләттәрен, башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Айыухандар И. Йомағоловтың «Мөхәббәт ҡоштары», көрмәнкәйҙәр Г. Әхмәтҡужинаның «Нисек түҙә икән был йөрәк» пьсаларынан өҙөктәр тәҡдим итһә, ҡалған өс коллектив М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһынан өҙөк һайлаған. Төрлө йәштәге артистар шул тиклем бирелеп уйнай, тулыһынса сәхнә донъяһында «йәшәй».