Кескәйҙәрҙең күбеһе Ҡыш бабайҙың барлығына ышана. Был байрам – ата-әсәләрҙең бәләкәстәре менән бергә хат яҙған ваҡытта уларҙың эске донъяһына күҙ һалырға, күберәк ниндәй бүләк тураһында хыял итеүҙәрен аңларға мөмкинлек бирә.
Ҡайһы бер илдәрҙә Ҡыш бабайға хатты почтамттар ебәрә, ә ҡайһы берҙәрендә бының өсөн махсус почта учреждениелары ла асыла.
Ә был датаны бөтә хаттар ҙа үҙ адресатына барып етеп өлгөрһөн өсөн һайлағандар.
Ә һеҙ Ҡыш бабайға хат яҙҙығыҙмы әле?