Тағы ла бер подписчигыбыҙ үҙенең призын алды
Гәзит уҡыусылар «районка»ның тоғро дуҫтарына ай һайын бүләктәр тапшырыуы тураһында белә. Ноябрь айы өсөн ике үтек уйнатылды.
Уларҙың береһен кем отҡанын үткән һанда хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә икенсе еңеүсебеҙ – Хөсәйен ауылынан Камил Нурғәлиев үҙенең бүләген алып китте.
«Мин район гәзитен һәр саҡ алдырам. Ярты йылға яҙылып ҡуям. Шулай уңайлыраҡ – яҙылырға онотманыммы икән тип борсолаһы түгел. Район яңлыҡтарын сайттан уҡып барһам да, гәзитте тотоп уҡыуға етмәй инде. Бүләк отоуыма сикһеҙ ҡыуанам, был юлы бәхет миңә йылмайҙы», - ти ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүләктәр бының менән генә тамамланмай әле. Һәр ҡайһығыҙҙың декабрь айында бүләк отоу мөмкинлеге бар. «Районка»ға яҙылырға ашығығыҙ, 12 декабргә тиклем подписка ун көнлөгө бара, тимәк, аҡсағыҙҙы экономияларға була.