+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Декабрь 2019, 16:00

Һеҙ нисек йоҡлайһығыҙ?

Арҡала йоҡлау.Был позала кеше көсөргәнешлек тоймай.

  1. Арҡала йоҡлау.
  2. Был позала кеше көсөргәнешлек тоймай. Ул уның үҙен ышаныслы тойоуын, яңы мәғлүмәттәр ҡабул итергә әҙер тороуын һәм яңы танышыуҙарға һәр саҡ әҙер булыуын күрһәтә. Әммә кешенең үҙ-үҙенә булған ышанысы артыҡ көсәйеп китеүе бар. Был позала йоҡлаған кешенең тотош карауатты биләүе – урынды күберәк биләр өсөн ҡулдарын һәм аяҡтарын киң йәйелдереп ятыуы бының күрһәткесе булып тора.
    1. «Эмбрион» позаһы.
    2. Аяҡтарын бөкләп, тубыҡтарын эсенә табан тартып, әммә бер үк ваҡытта юрғанын йәки үҙ-үҙен ҡосаҡлап, ҡабырғаһында йоҡлаусы кеше.
      Ҡағиҙә булараҡ, карауаттың бер мөйөшөнә генә һыйына, йәки стена янында ғына урын биләргә тырыша. Был позала йоҡларға яратыусыларҙың реаль тормоштан ҡурҡыуын һәм уларға ҡағылмаған ваҡиғаларҙан ситтә ҡалырға тырышыуын күрһәтә. Бындай кешеләр янында һәр ваҡыт уларҙың проблемаларын хәл итеүҙе үҙ өҫтәренә алған яҡлаусы һәм һаҡлаусы кемдеңдер булыуы мөһим.
      1. Эстә йоҡларға яратыу.
      2. Был позала кеше эсенә ятып, «карауатты ҡосаҡларға»тырыша. Ҡулдар мендәр өҫтөндә, йәки тәндең ике яғынан урынлаша, аяҡтар иркен ята. Был позала йоҡларға яратыусылар үҙҙәренең тормошо менән идара итергә һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә тырыша. Бынан тыш улар тәнҡитте яратмай, сөнки үҙҙәренең бөтә эштәрен һәм ҡылыҡтарын дөрөҫ тип иҫәпләй. Ошолай йоҡлаусы кешеләр маҡсаттарына өлгәшеүҙә ныҡышмалылыҡ күрһәтә, бөтә ваҡ-төйәктәргә иғтибар бүлә.
        1. Ҡабырғала йоҡлау.
        2. Ҡағиҙә булараҡ, был поза «эмбрион» позаһынан (2-се һүрәт) тәндең көсөргәнешһеҙ булыуы менән айырылып тора. Төндөң күп өлөшөн ошо позала үткәреүселәр аналитик аҡылға эйә, тулыһынса адекват, тыныс һәм ышаныслы. Улар шул уҡ ваҡытта бик ҙур психик көскә эйә һәм айырым сифаттарға эйә булмаһа ла тормоштағы төрлө ситуацияларға тиҙ ҡулайлаша һәм ауырлыҡтарҙы еңел үткәрә.
          Читайте нас: