Гөлдәр һәм Фәнил Ғәлиәхмәтовтар йыл да күпләп ҡош-ҡорт ала һәм көҙ еткәс ауылдаштарын өмәгә саҡыра. Быйыл да матур йола үҙгәрешһеҙ ҡала – Дим буйының уңған ҡыҙҙары һәм килендәре ҡаҙ өмәһенә йыйылды. Уйнап-көлөп, күмәкләшеп башҡарған эш һәр саҡ бәрәкәтле. Берҙәмлеккә ни етә!