Мерәҫ мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Алмаз Ноғоманов мәктәптә, урындағы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа теләп ҡатнаша. Күптән түгел генә уның менән 3-сө башҡорт гимназия-интернатында шиғыр һөйләүселәр конкурсында осрашҡайныҡ. Егет унда матур итеп шиғыр ятланы. Ошо көндәрҙә мин инде уны йәнә сәхнәлә күрҙем. Был юлы - актер сифатында. Мерәҫ ауылы үҙешмәкәрҙәре тәҡдим иткән сәхнә өҙөгөндә Алмаз ябай ауыл егете образын һынландырҙы. Уның үҙ роленә бирелеп, ихлас башҡарыуы һоҡланыу тойғолары уятты. Алмазға киләсәктә лә ижади уңыштар, уй-хыялдарының томошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.