Эйе, дуҫтар, тап шулай. Раев ауыл китапханаһына Санкт-Петербург ҡалаһынан һәм Ленинград өлкәһенән тоғро дуҫтары рухи бүләк – китаптар ебәргән. Һөҙөмтәлә китапхана фонды һиҙелерлек тулыланған.
Күп кешеләрҙә китаптар, ҡыҙыҡлы журналдар саң йыйып, әрәм булып ята. Ә кемдәрҙер уларҙы китапхананан алып уҡый ала ла баһа! Бәлки, кемдер эҙләгән әҫәр тап һеҙҙең өйҙә яталыр?