«Кардиналь рәүештә полигондарға сығарылған ҡалдыҡтар күләмен кәметергә кәрәк. Дөйөм алғанда, ябыҡ иҡтисад циклына күсергә һәм 2021 йылдан башлап етештереүселәр өсөн киңәйтелгән яуаплылыҡ механизмын ҡуллана башларға тәҡдим итәм, сөнки етештереүселәр һәм тауарҙар һәм төргәктәрҙе импортҡа оҙатыусылар уларҙы утилләштереү буйынса сығымдар өсөн яуап бирә. Ябай тел менән әйткәндә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүселәр түләй», - тине Президент Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәте ваҡытында.
«Бизнес-компаниялар, айырыуса эреләре, үҙҙәренең социаль һәм экологик яуаплылығы тураһында иҫтән сығармаһын ине... Йыл аҙағына тиклем 300 эре предприятиеның 80-е яңы технологияларға күсергә, комплекслы экология рөхсәте алырға тейеш. Был киләсәктә зарарлы матдәләрҙе атмосфераға сығарыуҙы кәметеүгә килтерәсәк. Бөгөнгө көнгә 16 ошондай рөхсәт бирелгән, дөйөм алғанда, эштәр план буйынса бара. Бер ниндәй ҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел», - тип хәбәр итте В. Путин.