-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2020, 11:30

Район гәзитенә 90 йыл

ТӘРЖЕМӘСЕ ЛӘ – ИЖАД КЕШЕҺЕ

Район редакцияһына мин 1981 йылда килдем һәм “Байраҡ” гәзите корректоры булып эш башланым. 1983 йылдың май айында иһә хаттар бүлеге хәбәрсеһе итеп тәғәйенләндем. Ошондай ышаныс белдергәне, артабан да ярҙам күрһәтеп торғаны өсөн ул йылдарҙа редакция коллективын етәкләгән Минеғәзим Ниғмәтйән улы Мөхәмәдиевҡа бөгөн дә рәхмәтлемен. Ә тәүге мәҡәләләремде хаттар бүлеге мөдире Сәмиға Шәнгәрәй ҡыҙы Тәүлийәрованың етәкселегендә яҙҙым. Тәжрибәле һәм киң мәғлүмәтле, кеселекле һәм иғтибарлы Сәмиға апай тәүге ижад дәрестәрен бирҙе. Тәүге ваҡыт мәҡәләләремә исем таба алмай яфаланыуым хәҙер үҙемә лә ҡыҙыҡ кеүек. Ундай осраҡтарҙа редакцияның яуаплы сәркәтибе Татьяна Михайловна Бусареваға мөрәжәғәт итә торғайным. Ул: «Әҙер мәҡәләңде тағы бер тапҡыр уҡып сыҡ, ҡайһы саҡта уның исемен текст эсенән дә табырға була», – тип өйрәтә ине. Өлкән хеҙмәттәшемдең ошо кәңәше бөгөн дә йыш ҡына ярҙамға килә.
Шулай итеп, һәр кемдән ниндәйҙер тәжрибә алып, аҡрынлап журналистика донъяһына инеп киттем. Дубляж бүлеге хеҙмәткәрҙәре отпуск алһа, йәки ауырып китһә, улар урынына ултырып, мәҡәләләрҙе башҡортсаға ауҙарырға ла тура килә ине. Һөҙөмтәлә ваҡыт үтеү менән тәржемә эшенең күңелемә яҡыныраҡ булыуын аңланым. Тәржемәсе лә – хәбәрсе кеүек үк, ижад кешеһе. Айырма тик шунда ғына: текст әҙер, тема асылған, уны теүәл итеп, хәбәрсенең фекерҙәрен үгәртмәйенсә икенсе телгә һалырға ғына ҡала. Әммә был да бик еңелдән түгел.
Был йәһәттән оҫталыҡ дәрестәрен тәржемә эшенең бар нескәлектәрен яҡшы үҙләштергән ике һоҡланғыс ҡатындан – Гөлфиә Ғәйнетдин ҡыҙы Сәйфетдинова һәм Рәшиҙә Шәңгәрәй ҡыҙы Зиннуроваларҙан алдым. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ, урта мәктәпте тамамлағас та редакцияға урынлашып, яратҡан һөнәренә улар ғүмеренең тиҫтәләрсә йылын арнаған. Тәржемә сәнғәтен эш барышында үҙләштереп, тәжрибә туплап, ысын профессионалдар булып етешкәйне улар. Икеһе лә, кәрәк саҡта мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары урынына ҡалып, уның вазифа бурыстарын еренә еткереп башҡара ине. Рәшиҙә һәм Гөлфиә апайҙарҙың тәбиғи һәләте һәм оҫталығы ҡайһы бер дипломлы белгестәреңә алмаштырғыһыҙ була торғайны. 1986 йылдың мартынан миңә дубляж бүлеген етәкләргә һәм өс йыл буйына ошо егәрле ҡатындар менән бергә эшләргә, уларҙан тәржемә эшенең серҙәренә өйрәнергә тура килде.
«Байраҡ» гәзитенең корректоры Хәниә Шәүәли ҡыҙы Солтанова һәм машинкала баҫыусы Флүрә Дәүләтбай ҡыҙы Минебаева ла үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған әҙерлекле белгестәр булып хәтерҙә ҡалған. Һәр эште еренә еткереп башҡарған өлгөр ошо ҡатындарға һәр ваҡыт таянырға мөмкин ине. Улар гәзиттең киләһе һанын ваҡытында һәм сифатлы итеп сығарыуҙың үҙҙәренең дә намыҫлы хеҙмәтенә бәйле булыуын яҡшы аңлай торғайны. Редакция коллективы эшен конвейер менән сағыштырырға мөмкин, уның һәр звеноһы көйлө эшләгәндә генә һуңғы һөҙөмтә уңышлы килеп сыға. Ул саҡта биш эш көнөндә өс гәзит сыға торғайны. Бер һанды әҙерләп, баҫмаға оҙатып та өлгөрмәйһең, сираттағы һан өҫтөндә эш башлана. Коллективтағы берҙәмлек, дуҫтарса мөнәсәбәттәр ошо көсөргәнешле графикты теүәл үтәргә ярҙам итә торғайны.
Редакцияла элек-электән яҙылмаған ҡағиҙә йәшәп килә – һәр хеҙмәткәр, үҙ бурыстарынан тыш, төрлө сәбәп менән эшкә сыҡмаған хәҙмәттәшен алмаштырыу маҡсатында бер-ике оҡшаш һөнәрҙе лә үҙләштерергә тейеш. Бындай талап дубляж бүлегендә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бында беҙҙең заманда уҡ биш кеше генә эшләй торғайны. (Әйткәндәй, бөгөн бүлек штаты дүрт кенә кешенән тора.) Гөлфиә апай, Рәшиҙә һәм Хәниә тейешле мәлдә бер-береһен алмаштырырға, шулай уҡ машинкаға ултырып, текстарҙы баҫырға әҙер инеләр. Шуға ла дубляж бүлегенең ошо составы менән эшләгән йылдарымды иң йылы тойғолар менән иҫкә алам. Бәләкәй генә был коллективты татыу ғаилә менән сағыштырырға була ине. Төрлө тормош тәжрибәһенә эйә булған төрлө йәштәге ҡатындар шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы ла, хәсрәт-хәстәрҙәребеҙҙе лә бер-беребеҙ менән уртаҡлашып, коллегаларыбыҙҙа аңлау таба, уларҙың изге кәңәштәрен ала инек.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары редакцияла быуындар алмашыныу осоро булды: Галина Нурый ҡыҙы Ильясова мөхәррир итеп тәғәйенләнде, хәбәрселәр штаты ла әкренләп яңыртыла башланы. Беҙҙең бүлеккә лә йәш белгестәр килде. Зифа Салауат ҡыҙы Сафиуллина, Зөлфиә Әнүәр ҡыҙы Мостафина һәм Альвера Талха ҡыҙы Муллабаева, өлкән коллегаларының изге традицияларын дауам итеп, коллективта үҙ урынан тапты. Үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡарыуҙары, асыҡ күңелле, ихлас булыуҙары менән редакция етәкселегенең дә, бергә эшләгән иптәштәренең дә ихтирамын яуланы. Әйткәндәй, Альвера менән Зөлфиә бөгөн дә сафта – йәш быуынға өлгө күрһәтеп, туған коллективыбыҙҙа эшләүен дауам итә.
Дубляж бүлеген әлеге ваҡытта Әлиә Әсғәт ҡыҙы Уразбахтина етәкләй. Күп яҡлы талант эйәһе шиғырҙар ижад итә, райондың халыҡ театры эшендә әүҙем ҡатнаша, гармунда ла уйнай. Илһамлы ижадын көсөргәнешле хеҙмәт эшмәкәрлеге менән уңышлы бәйләп алып бара. Эргәһендә – ышаныслы ярҙамсыһы, һәләтле тәржемәсе Лилиә Әнүәр ҡыҙы Ғайсина. Тормоштоң төрлө өлкәләре менән ҡыҙыҡһынған, һәр күренешкә ҡарата үҙ фекере булған был ҡатын да ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен киң мәғлүмәтле, эшһөйәр хеҙмәткәр итеп танытты.
Мәғариф өлкәһендә эшләп алғандан һуң редакцияға килеп, яңынан уҡытырға киткән тағы ла ике шәп ҡыҙҙы телгә алмай үтһәм, дөрөҫ булмаҫ ине. Гүзәл Йәүит ҡыҙы Минеғәлиева һәм Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы Хәмиҙуллина менән бер-ике йыл ғына бергә эшләп ҡалдым. Әммә ошо тырыш та, бойоғоу белмәҫ шаян да ҡыҙҙар күңелемдә айырым бер яҡты иҫтәлек булып һаҡлана.
Төрлө йылдарҙа дубляж бүлегендә эшләп киткәндәрҙең һәр береһен бер мәҡәлә сиктәрендә исемләп һанап сығыу мөмкин булмаҫ ине. Мәҡәләнең маҡсаты ла бында түгел. Иң мөһиме – ҙур булмаған коллективтың көсөргәнешле лә, мауыҡтырғыс та эшен, урындағы матбуғатты үҫтереүгә беҙҙең бүлек индергән өлөштө билдәләп үтеү ине. Осраҡтан файҙаланып, редакция хеҙмәткәрҙәрен, район гәзите ветерандарын етеп килгән юбилей менән ҡотлайым, уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем.
Г. Ғәскәрова.
Читайте нас: