Гөлниса йөрәгенә толҡа тапмай, бер тышҡа сыҡты, бер өйгә инде. Тышта буран ҡотора. Мейес торбаһына инеп бүреләй ыуылдатып үтә. Февраль бурандары шулай дыуамал була шул. Яҙ яҡынлашыуын тойоп, тулап ҡалырға ашыға ахырыһы. Гөлниса тағы ла ишек алдын урап әйләнде, урамға сығып, юлды күҙәтте. Инде ярты төн ауғанға ла байтаҡ ваҡыт үтте, ә Мирсәйете һаман юҡ. Әллә нишләп ашығып ҡайтып китте шул. Бер ҙә мәжлестән айырым ҡайтмайҙар ине. Төпсөгөн – Әмирен йәлләп ашыҡҡан булды. Ике йәше лә тулмаған сабыйҙы ҡарап тора алмаҫ апалары, тип хафаланды. Һуғым ашына барғайны улар Мирсәйете менән, уның һеңлеләренә. Халыҡ оҙаҡ йыйылды. Аштан һуң хужа әсе балын да сығарғас, китте телдәре асылып ирҙәрҙең. Башта ауыл хәбәрҙәрен һөйләшеп алдылар. Һуңынан район, республикаға күстеләр. Хатта сит илгә сығып китеп, сит ил башлыҡтарын барланылар. Американы иҫкә алып, йырлап та ҡуйҙылар:
Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ
Хәбәр артынан хәбәр, йыр артынан йыр китеп, күпме ултырғандарын да онотоп ташланылар. Гөлниса, улдарын иҫенә төшөрөп, бер нисә тапҡыр ҡайтырға өндәне Мирсәйетен. Тик тегеһенең шундай матур мәжлесте тиҙ генә ҡалдырып китәһе килмәне. Булмаһа, үҙең генә ҡайта тор, тип оҙата сыҡты. Башҡа ир-ат та тәмәке көйрәтергә сығып, ишек алдында ҡалды Гөлниса ҡайтып киткәндә. Ҡаршы буранды көс-хәл менән еңеп ҡайтып ингәндә, балалары иҙерәп йоҡлай ине. Ҡатын тынысланып һике ситенә ултырҙы. Теҙелешеп, йоҡлап ятҡан балаларының өҫтәренә япты. Алты бала бер-береһенә һыйынып, татлы йоҡоға талған. Буран тауышын да, тәҙрә ҡапҡастары шаҡылдауын да ишетмәйҙәр. Әй вайымһыҙ, хәстәрһеҙ, рәхәт саҡтар. Инде шулай атай-әсәй ышығында үҫергә яҙһын инде һеҙгә. Гөлниса балаларының арҡаларынан һөйөп сығып, юрғандарын рәтләберәк япты ла, тағы тышҡа ашыҡты. Юҡ, күренмәй Мирсәйет. Ауыл өҫтө ҡараңғы, ут алырға әле иртәрәк, тип ҡатын өйгә инде. Өй эсе һалҡынсараҡ булып бара. Балалар тороуға тиҙерәк йылынһын, тип, мейескә ут төртөп ебәрҙе ҡатын. Сытырҙап янған ҡоро утынға ҡарап, йәшлек йылдарын, һуғыш йылдарын уйлап ултырҙы. Күпме михнәт күрелде. Аслыҡ-яланғаслыҡ, белгесе бер Хоҙай ғына. Түҙҙең бит, тип эстән ҡыуанып та алды. Балаларым күрмәһен мин күргәндәрҙе, тип теләп, тәҙрә ҡапҡастарын асырға тышҡа сыҡты. Инде яҡтырып та килә. Буран һаман ауыл буйлап тулап йөрөй. Күршеләрендә лә ут алғандар, туң тәҙрәләренән тоноҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Кинәт Гөлнисаның йөрәге жыу итеп китте. Әгәр буранда аҙашып, ҡайта алмай йөрөп, өшөп-туңып ҡуйһа! Алыҫ ҡына ара бит. Әсе бал быуынға төшә, ултыра-ултыра ойота. Әллә барып урарғамы һеңлеләргә? Мең төрле уй бырауланы мейеһен. Юҡ, янған мейесте ташлап китеп булмай. Балаларҙы уятырға әле иртәрәк. Уларҙы мәктәпкә оҙатҡас барып урарға ниәтләп, Гөлниса самауыр ҡуйып ебәрҙе. Өҫтәл әҙерләне. Үҙе ишек асылып китеп, Мирсәйете ҡайтып инеүен көттө. Юҡ, ҡайтманы ире. Балаларҙы берәм-берәм уятып, ашатып мәктәпкә оҙатты, кескәйҙәрен күршеһенә ҡалдырып, кисә ҡунаҡ булған өйгә ашыҡты. Сәрүәр кейәү аҙбар буйында мал ҡарап йөрөй. Гөлниса уға баш ҡаҡты ла өйгә ашыҡты. Хужабикә сәй табыны әҙерләп йөрөй, өйҙә башҡа кеше күренмәй. Гөлниса һораулы ҡарашын хужабикәгә төбәп:
– Мирсәйет ҡайҙа? – тип бышылданы. Тулҡынланыуҙан, эске ярһыуҙан үҙ тауышын үҙе таныманы.
– Бәй, кистән үк таралышты бит улар. Мирсәйет ағай Латип менән бергә сығып китте. Сәрүәр менән тышта оҙаҡлап тәмәке тартып, гәпләшеп торҙолар әле, башҡа өйгә инеп торманылар, – тип яуапланы Вәзиә.
Гөлнисаның быуындары йомшарып китте, башы әйләнде. Быймаһын да һалып тормайынса ул һикегә килеп ултырҙы. Бер мәлгә иҫе ауғандай булды, күңелен шом баҫты.
– Ҡайтманы бит ул өйгә, ҡайтманы, таңға ҡәҙәр көтөп ултырҙым, – тип асырғанып әйтте лә кинәт тышҡа атылды. Тупһа төбөндә бер нәмә аңламай тәмәке тартып ултырған Сәрүәргә төбәне һораулы ҡарашын:
Сәрүәр тороп баҫты ла Гөлнисаға аптырап ҡарап:
– Ҡайтып киткәйне бит Мирсәйет, ҡайтманымы ни өйгә? – тип үҙе һорауға һорау менән яуапланы. Инде ҡайҙан эҙләргә, тип баш ватып торған Гөлнисаны Сәрүәрҙең тауышы бүлде:
– Урамдарҙан эҙләп киләйек, төнө буйы буран ҡоторҙо бит, донъя хәлен белеп булмай, кистән арыу ғына һалғайныҡ та…
Ҡатын ярһып ҡапҡанан сыҡты ла, урам буйынан ике яҡлап ҡар өйөмдәрен тикшерә-тикшерә урам осона ашыҡты. Уның артынан Сәрүәр ҙә эйәрҙе. Осраған бер кешегә Мирсәйеттең юғалыуын, ауыл урамдарын ҡарап сығыу кәрәклеген әйтеп, юғалған ирҙе эҙләүҙе ойоштороп ебәрҙе. Халыҡ күпләп йыйылып китеп, бөтә урамдарҙы ураны. Хатта һыйыр фермаһы, ат дубыры эргәләре ҡалманы. Юҡ, табылманы Мирсәйет, һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Арып-талып өйөнә ҡайтҡанда, инде төш ауышҡайны. Гөлниса балаларына төшкө аш әҙерләүгә һуңлауына асынып, тиҙ генә картуф әрсей башланы. Ишек шығырҙауға боролоп ҡараһа, күршеһе улдарын индергән икән. Ул да ишеткән яман хәбәрҙе. Үҙе йыуатырға тырышҡан була, күҙҙәрендә – шом.
– Табылыр әле, Гөлниса, бик хафаланма, бәлки берәйһендә баш төҙәтеп ултыралыр, – тип һөйләнгән була.
– Ул кистән эстем, тип, баш төҙәтеп, эшкә бармай ҡалған кеше түгел. Ул колхозда бухгалтер, башһыҙ әҙәм түгел, – тип ярһып теҙеп алып китте Гөлниса.
– Нисек кенә һуң булһа ла балалары янына ҡайтмай, ҡалғаны юҡ, – тип иламһырап өҫтәп ҡуйҙы. Кемуҙарҙан уҙышып мәктәптән ҡайтып ингән балалар әсәләренең йәшле күҙҙәрен күреп, аптырап ҡалды. Күршеһенә балаларға белгертмәҫкә ым яһап, шым ғына өҫтәл әҙерләне. Уларҙың һораулы ҡарашын күрмәмешкә һалышты. Тик оло ҡыҙы кинәт:
– Әсәй, беҙҙең атай юғалғанмы ни? – тип һорап шом өҫтөнә шом өҫтәне.
– Ҡуйсы, кем һөйләй ундай хәбәрҙе? – тигән булды Гөлниса.
– Кем тип ни, бөтә мәктәп гөр килә – Мирсәйет ағай юғалған, Мирсәйет ағай юғалған, тиҙәр, – тип яуапланы Лилиә.
Бына һиңә мә: ә ул хәбәрҙе балаларҙан йәшергән була, бөтә ауыл белде, мәктәп балалары белмәй ҡалмаҫ инде. Гөлниса үҙен ҡулға алырға тырышты, йылмайғандай итте лә:
– Йә, ярай, бына хәҙер ҡайтып инер әле һеҙҙе һағынып, – тип балаларын ашарға ултыртты. Үҙенең тамағына аш барманы. Сабыйҙарының көлөшә-көлөшә, шаярышып ашап ултырыуҙарына ҡарап, уйға сумды. Белемле, уҡымышлы кеше уның Мирсәйете. Техникум тамамлап, колхозда бухгалтер булып эшләй. Ҡулдары ла эшкә оҫта. Буш ваҡыттарында, ял көндәрендә ауылдаштарына сана, арба, тәгәрмәстәр эшләй, йүнәтә. Эшһеҙ ултырғаны юҡ. Ҡыш көндәрендә генә бер аҙ бушап ала. Шул һуғым аштары ваҡытында инде. Эре малды ауыл халҡы ғинуар аҙағы февраль башына ҡалдыра. Ҡаҙ, өйрәк, һарыҡ иттәре кәмеүгә киткәс кенә эре малға тотоналар. Ауылда тыуған-тыумаса күп. Көн дә тиерлек һуғым ашына йөрөлә. Аҙналарға һуҙыла муллыҡ аштары. Аллаға шөкөр, халыҡ хәллерәк йәшәй башланы. Картуф менән ит булғас, йәшәргә була, тип уйланды Гөлниса. Игенен дә бирә колхоз. Хужалыҡтың үҙ тирмәне бар, көнө-төнө иген тейәлгән сана өҙөлмәй эргәһенән. Ҡаластай икмәк ашай халыҡ. Көнөнә бер тапҡыр ыумаслы аш ҡына ашап торған саҡтар онотолмаһа ла, алыҫлаша бара.
Эстән ут янып, тыштан тыныс булырға тырышып, Гөлниса өй йыйыштырҙы, табаҡ-һауыттарҙы йыуҙы, ә күҙҙәрен ишектән алманы. Бына ишек асылып китер ҙә Мирсәйет ауыҙын йырып ҡайтып инер кеүек. Балалар тышта ҡар тауы яһап уйнай. Кескәйҙәрен апалары өй эсендә уйнатып, әсәһен борсомаҫҡа тырыша. Ҡыҙ бала ҡыҙ бала инде, уның хәлен аңлап, ярҙамлашырға тырыша.
Иртәгәһен бөтә ауыл халҡы мәктәп балалары менән берлектә ауыл урамдарын, яҡындағы тау буйҙарын ҡарап сыҡтылар. Өс көн буйы эҙләп, арыған халыҡ, бәлки күрше ауылға киткәндер, тигән хәбәр һалды. Ошо күҙ асҡыһыҙ буранда нишләп юлланһын ул сит ауылға, тип ярһыны ҡатын. Ә шулай ҙа күрше Баязит, Үрнәк ауылдарына эҙләргә кеше ебәрҙе. Ул ауылдарҙа ҡәрендәштәре булғас, бәлки, тигән өмөт йөрөттө ҡатынды. Юҡ, буш ҡайтты юлаусылар. Таныш-белештәре, туғандары ла уның күренмәүен әйтеп ебәргәндәр.
Өй эсен шомло тынлыҡ баҫты. Балалар шыбырҙап ҡына һөйләшер булып китте. Ашағанда ла шаулашманылар. Өнһөҙ генә ашап, әсәләренең моңһоу күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып таралыштылар. Хатта кескәй генә Әмир ҙә, ниҙер һиҙенгән кеүек, шымып ҡалды, ә улар ҡунаҡҡа сығып киткәндә, нисек ярһып илап ҡалғайны. Атаһының ҡулынан төшмәй йөҙәткәйне. Әллә сабый атаһын һуңғы күреүем, тип ярһынымы икән? Ҡуй, ҡуй, ундай уйҙарҙы башыңа ла килтермә, тип үҙ-үҙен әрләне Гөлниса.
Инде аҙна етеп килә юғалғанына, бер хәбәр-хәтер юҡ. Һуң, энә түгел бит ул, бесән араһына төшөп киткән. Таҙа, мыҡты кәүҙәле ирен иҫенә төшөрөп, Гөлниса уның шулай эҙһеҙ юғалыуына ышана алманы. Ә күңелендәге шом, ҡурҡыу үтмәне. Ете баланы нисек ҡарап үҫтермәк кәрәк ирһеҙ. Иҫән генә булһын инде, һуңлап булһа ла ҡайтып инһен, тип, белгәндәрен уҡып, эсенән теләктәр теләне, нәҙер әйтте.
Бер аҙна тигәндә Никкүстем урамындағы ҡойонан һыу алғанда, Мәүлиҙә апайҙың биҙрәһенә бер һыңар бейәләй эләгеп сыҡты. Оло ғына ирҙәр бейәләйе нисек итеп халыҡ һыу эскән ҡойоға төшһөн инде, тип шомланып, бейәләйҙе тотоп, Гөлнисаларға йүнәлде. Ул ишекте асып ингәндә, ҡатын икмәк баҫа ине. Ишек тауышына боролоп ҡарағас, үҙҙәренән алыҫ ҡына йәшәгән Мәүлиҙә апайҙы күреп, ҡаушап ҡалды. Күҙҙәре уның ҡулындағы бейәләйгә төштө. Мирсәйеттең бейәләйе, үҙе бәйләп биргәйне. Ҡамырлы ҡулдары менән бейәләйҙе Мәүлиҙәнән тартып алды ла, күкрәгенә ҡыҫты. Һораулы ҡарашын уға төбәне:
– Ҡойонан, биҙрәгә эләгеп сыҡты әле генә, – тип яуапланы тегеһе.