Гөлниса ашығып кейенде лә Мәүлиҙә артынан эйәрҙе. Сәрүәр кейәүҙәргә урам аша ғына тиерлек ул ҡойо. Уның алдына халыҡ йыйылып та өлгөргәйне. Ҡойоноң бураһы тирәләй дүрт яҡлап ялтырап туңған боҙ биҙрә һыйырлыҡ ҡына урын яһап, аҫҡа табан һуҙылған. Ҡойо эсе ҡараңғы. Балта, көрәктәр алып килеп, боҙҙо ватып, эскә осҡан боҙ киҫәктәрен биҙрәнән түккәндә биҙрәгә Мирсәйеттең бүреге лә эләгеп сыҡты. Халыҡ аптырашта ҡалды. Ошо кескәй генә биҙрә һыйырлыҡ асыҡлыҡҡа нисек мыҡты кәүҙәле ир һыйһын инде.
Арҡан алып килеп, бер йәш ирҙе ҡойо эсенә төшөрөргә күндерҙеләр. Ир ҡойо эсенә инеп юғалғас, өнһөҙ ҡалып, уның хәбәрен көттөләр. Өмөт сатҡыһы һүнеп барған Гөлниса ситкәрәк китеп баҫты. Ҡойонан "бында" тигән тауыш ишетелгәс, ҡатын кинәт хәлһеҙләнде, ҡар өҫтөнә теҙләнде. Аҙна буйы һаҡлап йөрөткән өмөтө өҙөлөүен ярһып илау алмаштырҙы. Ҡатындар уның тирәләй йыйылып, йыуатырға тырышты, яҡындағы өйгә алып инеп китеп, ҡайнар сәй эсерҙеләр. Ҡатын үҙен томан эсендәге кеүек тойҙо. Тағы ярһып тышҡа атылды. Ул сыҡҡанда иренең кәүҙәһен ҡойонан сығарып, районға оҙатырға ылау көтәләр ине. Гөлнисаны уның эргәһенә ебәрмәнеләр. Ауыл Советы рәйесе, ҡатынды өйөнә илтеп ҡуйырға бойороп, ылауҙы оҙата китте. Көс-хәл менән ҡайтып инде өйөнә Гөлниса. Балалары теҙелешеп һикелә ултыра. Өй эсе шундай тыныс, йылы. Бәлки, төш кенә күрәмдер, яман төштөр ул Мирсәйеттең үлеме, тип үҙен-үҙе йыуатырға, алдарға тырышты ҡатын. Ысынбарлыҡ шундай яман ҡурҡыныс ине. Ете бала! Әйтеүе генә анһат. Оло улына 16 йәш. Эргәһендә лә түгел бит улыҡайы. Бәләбәйҙә, ауыл хужалығы техникумыда уҡып йөрөй. Бер нәмә белмәй балам, тип үрһәләнеп, Гөлниса тағы өйөнән сығып йүгерҙе. Кәнсәләрҙә телефон бар, хәбәр итергә кәрәк улына. Ул уҡыған йортта ла телефон бар, бер ҡайтыуында ҡалдырып киткәйне номерын, бәлки кәрәге тиер тип. Һиҙенде микән ни улыҡайы кәрәк булырын? Тик бына нисек тип әйтергә һуң? Үлде, тип әйтеп, баланы ҡурҡытыуың бар. Йүгерә-йүгерә уйланды ҡатын юл буйына. Кәнсәләрҙә Малик ҡарт ҡына ултыра ине. Хәлде аңлатып тороу ҙа кәрәкмәне. Ул телефон номерҙарын йыйып, яуап көттө. Тиҙ алдылар телефонды теге оста. Аяны бала күңелен ҡарт. Атаһы ауыр хәлдә Дәүләкән дауаханаһында ята, тура шунда ҡайтһын егет, тип хәбәр һалып, трубканы ҡуйҙы.
Йәшәгән фатирына ҡайтырға йөрөгән Рәлифкә хәбәрҙе килеп әйткәс, ул башта бер нәмә лә аңламай торҙо. Нисек инде, яңыраҡ ҡына һап-һау килеш, көлөп-шаярып оҙатып ҡалған атаһы ауыр хәлдә булһын? Тик тәрбиәсенең етди ҡарашын, ашыҡтырыуын күреп, фатирға ашыҡты. Тиҙ генә йыйынып, Аксаков станцияһына юлланды егет. Абдуллин электр поезына нисек тә өлгәшергә кәрәк. Ул Дәүләкәнгә килеп төшкәндә көн кисләгәйне инде. Әсәһенең һеңлеләренә тура барып, тамаҡ ялғап алғас, еҙнәһе менән яҡында ғына урынлашҡан район дауаханаһына киттеләр. Еҙнәһе әйтте уға ул хәбәрҙе. Атаһын мәйетхананан эҙләп таптылар. Ауыр кисерҙе был юғалтыуҙы егет. Бөтә күңелен, йөрәген әрнеү сорнап алды. Яҙмыштың шул ҡәҙәр мәрхәмәтһеҙлегенә хайран ҡалып, яман ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәне. Илай ҙа алманы. Ете бала араһында иң өлкәне икәнен иҫенән сығарманы. Әсәһенең берҙән-бер терәге, таянысы булып ҡалғанын бар булмышы менән аңланы Рәлиф. Яҙмыш уны ваҡытынан алда өлкәнәйтеп, уйсанландырып ебәрҙе. Атаһының йыназаһын томан эсендә кеүек кенә иҫләне. Халыҡ бик күп йыйылған, бөтәһе лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Әсәһенең үкһеп илауы, туғандарының илашҡанын уның да күңелен йомшартып ебәргән минуттар булды. Тик бирешмәне егет, ҡайғыны сабыр, ололарса үткәрҙе.
Ауыл өҫтөн шомло тынлыҡ баҫты. Кемгә уйларға ла белмәне халыҡ. Юҡ, Мирсәйет үҙе барып төшмәгән унда, кемдер ярҙам иткән, тейештеләр. Ә кем? Хоҙай ғына белә. Ҡойо ла юлдан ситтә тора. Күҙ асҡыһыҙ буранда нишләп ҡойо эҙләп йөрөһен инде әҙәм балаһы. Боҙо ла апаруҡ туңған, биҙрә һыйырлыҡ ҡына ҡалған. Һыу ташығанда ҡатын-ҡыҙ ҡойо ситтәрен балта менән сапҡылап, көскә биҙрә һыйҙыралар. Кеше кәүҙәһен тыңҡыслап тыҡһаң да һыймаҫ. Ә ниңә тиеште ҡайһы берәүҙәр, башы менән тығып китһәләр, боҙ ни кәүҙә йылыһынан иреп, аҡрынлап Мирсәйетте аҫҡа һөйрәп алып киткәндер. Ә кем, кем һуң? Ошо һорау борсоно хафаға ҡалған халыҡты. Ул көндө буран да бик көслө ине шул.
Тикшереүҙе ауыл Советына тапшырҙылар. Мирсәйетте һуңғы күреүсе, хатта уның менән бергә ҡайтырға сығыусы Латип икәнен бөтә ауыл белә. Шик тик уға ғына төшә һымаҡ. Мәжлестә булған һәр кемдән һорау алып сыҡтылар: ығы-зығыһыҙ, тыныс, матур үткән табын.
Сәрүәр ҡунаҡтарын ҡапҡа төбөнә ҡәҙәр оҙата сығыуын, Мирсәйет менән Латиптың бергә ҡайтып китеүен белдерҙе. Латип ҡына аныҡ яуап бирә алманы. Урамға сыҡҡас та ашығып ҡайтып китеүен, Мирсәйеттең артта ҡалыуын һөйләне. Тикшереүсенең ҡойо янына ниңә барҙығыҙ был буранда, ул бит бөтөнләй ситтә, урамдың икенсе яғында тора, тигән һорауына, Латип тотлоға-тотлоға, юҡ, мин һалманым ҡойоға Минеғоловты, мин түгел, мин түгел, тип һамаҡланы. Юҡ, осона сыға алманылар был фажиғәнең. Айҙарға һуҙылған тикшереү һөҙөмтә бирмәне.
Ете балаһын ҡалдырып, мәңгелеккә күсте Мирсәйет. Ҡатынын, балаларын ҡайғыға, ауыл халҡын шомға һалып. Аҙна буйы Мирсәйет кәүҙәһе ятҡан ҡойонан һыу эскән халыҡ сиргә һабышыр сиккә етте. Ҡойоно тиҙ арала ҡаҙаҡлап, ябып ҡуйҙылар. Шомло сер сиселмәй ҡалды. Үлтереүсе табылманы, кем икәнлеге асыҡланманы. Тик ауыл халҡы күңелендә ул кешенең улар араһында йәшәүе, йөрөүе көн кеүек асыҡ ине. Хоҙайға тапшырҙы халыҡ. Иң дөрөҫ язаны бары тик ул ғына бирә. Ете баланы етем итеүсе, йәш кенә ҡатынды тол итеүсе йән эйәһе язаһыҙ ҡалмаҫ, тигән өмөт йәшәп килде халыҡ күңелендә. Буранлы төн бөтә серҙе үҙе менән ҡапланы.
Тик Рәлиф кенә тынғы таба алманы. Ҡабат-ҡабат барып, Сәрүәр еҙнәһе менән һөйләште. Табында булыусылар менән айырым-айырым аралашып сыҡты. Ул үҙен ғаиләһе өсөн үтә яуаплы тойҙо. Ғаиләлә иң оло бала булараҡ, ул үҙенең әсәһенең терәге, таянысы, яҡлаусыһы булып ҡалыуын бөтә йөрәге менән аңлап, уны йыуатырға тырышты. Латип ағайға барып та һөйләшеп ҡараны ул. Тик тегеһе тура ҡарарға ҡыймай, тотлоға-тотлоға үҙенекен тылҡыны: "Мин түгел, туған мин түгел". Шәхси тикшереү ҙә һөҙөмтә бирмәне тиерлек. Тик Рәлифтең бөтә шик-шөбһәләре Латипҡа барып туҡтала. Халыҡ араһында ла имеш-мимештәр ҡуйырҙы. Имеш, Латип Мирсәйеткә: "Күрһәтермен әле мин һиңә", – тип янаған икән. Ни өсөн? Бәлки, ревкомиссия рәйесе булараҡ, Мирсәйет уның берәй яҙығын белгәндер. Бәлки… Бәлки… Осо-ҡырыйы күренмәгән был тикшереүҙең эҙһеҙ үтмәүен һиҙҙе Рәлиф. Йән ғазабы тигән төшөнсә лә бар бит әле. Йән ғазабын күтәрә алмаҫ кеше йәнен ҡыйыусы, күтәрә алмаҫ…