+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2020, 13:00

Ҡунаҡсылдар, әүҙемдәр, ижад һөйөүселәр

Солтановтар ғаиләһе – һис шикһеҙ, йәш парҙар өсөн яҡшы миҫал.

Башҡорт ғаиләһендә донъяға бала тыуғас, был ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан байрам ойошторола. Туғандары, яҡындары, күршеләре һәм дуҫтары ата-әсәнең шатлығын уртаҡлашырға килә. Бындай йола Артур Шәйгәрҙән улы һәм Ләйсән Йомағол ҡыҙы Солтановтар ғаиләһендә лә хуплау тапҡан.
Уларҙың күп балалы ғаиләһендә бөгөнгө көндә өс бала тәрбиәләнә. Бүлмәнән бер-бер артлы матур, шат, мөләйем балалар сыҡты һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, һәр ҡайһыһы үҙ шөғөлөнә тотондо. Тәү сиратта уларҙың үҙаллы булыуы күҙгә ташланды. Ололары Арыҫлан төрлө әйберҙәр яһарға, уртансылары Камилла яратҡан китабын уҡырға, ә төпсөктәре Рамазан уйынсыҡ машиналарын алып ултырҙы.
Ирле-ҡатынлылар иң тәүҙә үҙҙәре тураһында түгел, ә уларҙы ҙур тормош юлына сығарған, эш һөйөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан һәм донъяны яратыусан итеп тәрбиәләгән ата-әсәләре хаҡында һөйләп китте.
- Мин Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылында башҡорт ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым оҙаҡ йылдар «Раевская» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә энергетик, әсәйем урындағы мәктәп директоры булып эшләне. Мин дә уның эҙенән киттем. 2007 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ҡулыма тарих уҡытыусыһы дипломы алдым. Балалар һәм педагогик коллектив менән оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә ҙур тәжрибә тупланым. Бына инде дүрт йылдан ашыу лицей-интернат директоры булып хеҙмәт һалам, - тип һөйләй ғаилә башлығы Артур Солтанов.
Дәүләкән халҡы инициативалы егеттең кешеләргә ҡарата айырым иғтибарын юғары баһалай. Шуға 2016 йылда А. Ш. Солтановты ҡала Советы депутаты итеп һайлайҙар. Район һәм ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, спорттағы ҡаҙаныштары һәм ижади инициативаһы өсөн ғаилә күп һанлы почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Артур яратҡан ҡатыны Ләйсәнде тормошондағы иң төп таяныс тип иҫәпләй. Ул Соколовка ауылында тыуып-үҫкән. Күп һанлы әсәлек мәшәҡәттәрен балалар баҡсаһында тәрбиәсе эше һәм Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп уҡыу менән уңышлы алып бара. Ғаилә башлығы һәм балалары менән уларҙың бар шөғөлдәре лә уртаҡ – спорт, туризм, районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу. Үҙҙәрендәге яҡшы һыҙаттарҙы улар балаларына ла бирергә тырыша. Шулай, Арыҫлан февраль айында «Хеҙмәт – балалар күҙенән» республика конкурсында ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан. Уның конкурс эше яҡын арала «Хеҙмәт өлкәһе һәм социаль әһәмиәттәге проекттың киләсәге» Халыҡ-ара эш ойоштороу инициативаһы сиктәрендә лайыҡлы хеҙмәт тематикаһы буйынса халыҡ-ара форумда күрһәтеләсәк. «Балалар коляскалары парады» район конкурсында ул бәләкәй генә коляска яһағаны өсөн шулай уҡ призлы урын яулаған. Һәм бындай миҫалдарҙы бик күпләп килтерергә мөмкин.
«Демография» милли проекты сиктәрендә республикала «Күп бала – үҙе бәхет» программаһы эшләп килә. Унда күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөк алып тора. Солтановтар ғаиләһе – һис шикһеҙ, йәш парҙар өсөн яҡшы миҫал.
Татьяна Бусарева.
Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас: