-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Общие статьи
12 Марта 2020, 12:25

Өфө - һанлы ҡалалар иҫәбендә

Рейтинг йыл һайын төҙөләсәк.

Өфө 2018 йыл йомғаҡтары буйынса күп һанда «IQ-ҡалалар» ҡала хужалығы цифровизацияһы индексы алған биш Рәсәй мегаполисы исемлегенә инде. Һанлы трансформацияны баһалау барышы һәм һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингты үҙ эсенә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекттарын индергән «Аҡыллы ҡала» ведомство проекттары сиктәрендә Рәсәй Төҙөлөш министрлығы Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә эшләгән.
IQ-ҡалалар индексы ҡала идаралығы, «аҡыллы» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡала мөхите өсөн инновациялар, «аҡыллы» ҡала транспорты, йәмәғәт һәм экология хәүефһеҙлеге, туризм, һәм сервис, социаль хеҙмәттәрҙең интеллектуаль системаһы, иҡтисад торошо һәм инвестиция климаты, бәйләнеш селтәрҙәренең инфраструктураһы буйынса 10 йүнәлештә иҫәпләнә.
2018 йыл йомғаҡтарына мониторинг үткәреү һөҙөмтәләре буйынса IQ-ҡаланың иң ҙур кимәле - Мәскәүҙә. Икенсе һәм өсөнсө урында – Ҡазан һәм Санкт-Петербург, дүртенсе – Түбәнге Новгород ҡалалары. Өфө 42,05 мәрәй йыйып, рейтингта бишенсе булды.
Рейтинг йыл һайын төҙөләсәк. Муниципалитет интеллектының индексы ҡала мөхитен үҫтереү өсөн дәүләт яҡлауы иҫәбенә йоғонто яһаясаҡ. Төҙөлөш министрлығы белдереүенсә, иң мөһим һөҙөмтәлелектең төп күрһәткесе булып индекс әһәмиәте түгел, ә уның йылдан йыл үҙгәреүе торасаҡ.
«Башинформ» агентлығы материалдары буйынса.
Читайте нас в