Район Мәҙәнәиәт йортонда Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы үтте. Фойела оҫталар үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте. Бында ҡатын-әҡыҙҙар биҙәүестәрен, ағастан һырлап яһалған һәм башҡа әйберҙәр күрергә мөмкин ине. Сарала «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, республика ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Г.Г. Янбаева ҡатнашты. Дәүләкәндәр алдында сығыш яһап, ул башҡорт телен һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.
Халҡыбыҙ үҙенең мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә күп быуаттар элек нигеҙ һалған. Ауыҙ-тел ижады аша быуындан-быуынға тапшырылып, улар беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Тел –халыҡтың рухи хазинаһы. Тап уның ярҙамында беҙ туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ менән аралашабыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың тарихы, уларҙың аҡылы тап уның аша килә, милләтебеҙҙең характер һыҙаттары сағылыш таба. Беҙ туған телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ, сөнки ул шул тиклем матур һәм күңелгә яҡын, - тип билдәләне ул үҙенең сығышында.
Беҙҙең районда телде һаҡлау йәһәтенән эш алып барыла. Дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт теле уҡытыла, район Мәҙәнәиәт йорто ҡарамағында «Әхирәттәр» фольклор ансамбле (етәксеһе К.Х. Минеғолова), «Етегән» милли бейеүҙәр ансамбле (Г.З. Килмөхәмәтова), башҡорт халыҡ театры (А.Ҡ. Латыпова), башҡорт халыҡ хоры (В.Р. Садиҡова) эшләп килә.
Дәүләкән башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов әйтеүенсә, республикабыҙҙың төп халҡының телен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Байрамда ҡаланың белем биреү учреждениелары уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. 5-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Гөлүзә Әхмәҙиеваның сығышы бик үҙенсәлекле булды. Ул «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосынан өҙөктө ятлап ҡына ҡалманы, думбырала уйнауы менән тулыландарҙы. Г.Ғ. Муллағолова етәкселегендә лицей-интернат уҡыусыларының матур сығышын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. 5-се класс егеттәре һәм Айһылыу Заһиҙуллина башҡарыуында йырҙар тамашасыларға бик оҡшаны. «Етегән» бейеү ансамбленең, Минислам Солтанғәлиндың, башҡорт халыҡ хорының сығыштары байрамдың үҙенсәлекле биҙәгенә әйләнде.
Ҡоръятмаҫ мәктәбе уҡытыусыһы, Ә. Хәким исемендәге премия лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берлеге ағзаһы М.В. Хәлилова башҡорт телен һаҡлау буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләп китте. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ә.Х. Хәкимовтың йорт-музейы ҡарамағында «Дим» әҙәби берекмәһе эшләп килә. Яҙыусының юбилейына урындағы һәүәҫкәр шағирҙар рус, татар, башҡорт телдәрендә бишенсе йыйынтығын сығарған.
Беҙҙең районда ижад менән шөғөлләнгән һәләтле балалар күп, уларҙы үҙебеҙҙең берекмәгә саҡырып ҡалабыҙ, килегеҙ, көтәбеҙ, - тине ул.
Башҡорт телен популярлаштырыу, уны уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, халҡыбыҙҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында районда Башҡорт теле йылында күп саралар үткәреү ҡаралған. Был – тематик занятиелар, төрлө конкурстар, күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар һәм башҡалар.
4-се лицейҙың В.Ф. Шәрәфетдинов етәкселегендәге күргәҙмәһен ҡарау.