+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2020, 16:40

Ярҙам йөҙөнән

Республикала «Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең өсөн хәстәрлек менән» мәрхәмәтлек проекты старт алды.

Уның инициаторы - «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлеге секретары Радий Хәбиров.
Аҙыҡ-түлек төргәктәре йән башына уртаса килемдәре йәшәү кимәленән аҙ булған, шулай уҡ балаға айлыҡ пособие алыусы күп балалы ғаиләләргә таратыла.
Проектты төбәктең эре етештереүселәре яҡлап сыҡты. Төп бағыусылар булып Интер РАО ЕЭС, Башҡортостан сода кампанияһы (БСК) һәм Урал тау-металлургия компанияһы (УГМК) сығыш яһаны.
Улар тарафынан бүленгән аҡсаға 100 мең аҙыҡ-түлек төргәге әҙерләнде.
Төргәктәрҙә – урындағы етештереүселәрҙән сифатлы аҙыҡ- түлек. Мәҫәлән, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, «Башбакалея»нан ярмалар, Шишмә көнбағыш майы, Өфө ит комбинатынан (УМКК) бешерелгән ит һәм башҡалар. Ярҙамды аҙ тәьмин ителгән 79 мең ғаилә аласаҡ.
Ҡалған аҙыҡ-түлек төргәктәре адреслы ярҙам рәүешендә таратыуға иҫәпләнгән. Заявкалар 8-800-201-89-03 номеры буйынса, шулай уҡ республика райондары һәм ҡалаларындағы «Беҙҙең хәстәрлек» проектының ирекмәндәр штабы ҡыҙыу линияһы телефондары буйынса ҡабул ителә. Бар мәғлүмәт социаль хеҙмәттәр һәм йорт комитеттары, урындағы ауыл Советтары аша ентекле тикшерелә.
Тәүге 5 мең төргәк Өфөлә йәшәүсе ғаиләләргә тапшырыла. Артабан Башҡортостандың бөтә төбәктәренә оҙатыласаҡ.
Читайте нас: