-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь 2020, 01:55

Башҡортостанда йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйҙәр

Ошо ваҡиға уңайынан республикала юбилей саралары ойошторола.

Башҡортостанда күренекле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйҙәр. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Ошо ваҡиға уңайынан республикала юбилей саралары ойошторола. Уларға әҙерлек мәсьәләләре менән ойоштороу комитеты шөғөлләнә.
Фәриҙә Ҡудашева (1920 — 2010) ҡабатланмаҫ тауышы, хисле, йөрәккә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығы менән популярлыҡ һәм меңдәрсә тамашасының һөйөүен яуланы. Ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан, башҡа төбәктәр халҡы уның башҡарыуында йөҙләгән башҡорт, татар халыҡ һәм автор йырҙарын тыңларға яратты. Өфө урамдарының береһе, шулай уҡ башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале йырсының исемен йөрөтә, Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ләйлә Аралбаева
Фото Башинформ
Читайте нас: