Был ауыл халҡы яңы ФАП-ҡа күптән мохтаж. Бер нисә тиҫтә йыл элек төҙөлгән дауалау пункты күптән инде иҫкергән. Ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тороусы урындағы фельдшер Вероника Алексеева яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүенә бик шат. Ҡабул итеүгә күпселек өлкәндәр килә, уларҙы йылы, уңайлы, заманса бинала ҡаршы аласаҡ бит ул тиҙҙән!
Икенсенән, яңы бина ауылды ла йәмләп торасаҡ. Әлегә фундамент эшләнгән, артабан стена күтәреләсәк, ҡыйыҡ ябыласаҡ.