-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2020, 16:50

Ҡулға-ҡул тотоношоп мәңге бергә

8 июль Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Беҙҙең илдә был дата рәсми рәүештә 2008 йылда барлыҡҡа килде.

Байрамдың символдары – аҡ ромашка һәм «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы. Уны бер нисә тиҫтә йыл татыу һәм килешеп йәшәгән, лайыҡлы балалар үҫтергән өлгөлө ғаиләләргә тапшыралар.
Быйыл был миҙалды Суйынсы-Николаевка ауылынан ирле- ҡатынлы Анатолий Павлович һәм Ирина Сергеевна Ильиндар алды. Улар бер-береһен хөрмәт итеп һәм аңлашып 38 йыл ғүмер итә. Донъя көткәндә ауырлыҡтар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа күп булған, әммә улар үҙҙәре әйтеүенсә, йәшлек вәғәҙәләренә тоғро ҡалғандар, юҡ-барға тауыш күтәрмәгәндәр.
Ирина Сергеевна Стәрлебаш районында тыуып үҫкән. Педагогия институтын тамамлағандан һуң Бәләбәй районындағы мәктәптәрҙең береһендә хеҙмәт юлын башлай, ә буласаҡ ире менән танышҡандан һуң Суйынсы-Николаевкаға күсә. Ул йылдарҙа оҫта гармунсы булараҡ дан ҡаҙанған, ауылдаштары араһында хөрмәт яулаған егет икенсе яртыһын оҙаҡ эҙләй. Ирина менән уны дуҫтары таныштыра. Йәштәр бер-береһен тәү күреүҙән үк оҡшата. Тиҙҙән өйләнешәләр. Бер нисә йыл ата-әсәләре менән бергә йәшәйҙәр, унан колхоз йәш ғаиләгә фатир бирә, Ильиндар бөгөн дә ошо йортта йәшәй.
Ирле-ҡатынлы Ильиндарҙың хеҙмәт биографияһы бай. Анатолий Павлович йәш саҡта урындағы хужалыҡта электрик булып эшләй. Бер нисә йылдан уны Суйынсы-Николаевка мәктәбенә тарих уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Ризалаша. Уҡытыусылыҡ эшен һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем, ти ул. 17 йыл балаларға тарих серҙәрен төшөндөрә.
Ирина Сергеевна ла һайлаған һөнәренә тоғро ҡала – ул Суйынсы-Николаевка мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 23 йыл коллективҡа етәкселек итә – директор вазифаһын башҡара. Яңы мәктәп төҙөлөшө тап ул директор булған осорға тура килә. Уҡыусылар яңы бинаға күсһен өсөн күпме көс, тырышлыҡ, хеҙмәт һалырға кәрәк була!
  • Мәктәп- минең өсөн икенсе йортом, - тип һөйләй Ирина Сергеевна. – Үҙемдең баҡсамда соҡонғанда ла әленән-әле мәктәп ихатаһына күҙ һалғылайым: унда бер нәмә лә булмағанмы? Күңелем менән гел мәктәптәмен. Ул бит беҙҙең дөйөм хеҙмәтебеҙ, бөтә педагогик коллективтың, уҡыусыларҙың, уларҙың атат-әсәләренең тырыш хеҙмәте. Ярҙамдары, һәр ваҡыт ҡеүәтләп торғандары өсөн ауылдаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
  • Ата-әсәнең иң ҙур шатлығы – улдары Павел, Валерий, Сергей. Балалары тыңлаусан, аҡыллы булып үҫкән, барыһы ла юғары белемле. Бөгөн һәр береһе үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса эшләп йөрөй. Барыһы ла ғаиләләе, үҙҙәре балалар үҫтерә. Өләсәй менән олатай ейәндәренең өсөһөн дә бик яраталар. Килендәрен дә үҙҙәренең ҡыҙҙары һымаҡ күрәләр.
    Ирле-ҡатынлы хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, бөгөн дә эшләүен дауам итә, ғаилә башлығы – һаҡсы, Ирина Сергеевна – уҡытыусы.
    Ильиндар – художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыусылар. Анатолий Павлович гармунысыларҙың төбәк, республика конкурстары дипломанты һәм лауреаты, күп һанлы наградалары шул хаҡта һөйләй. Сыуаш телендә генә түгел, татар, рус телдәрендә лә матур итеп йырҙар, романстар башҡара.
    Ильиндар өсөн ғаилә – беренсе урында. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн улар Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең «Ғаилә даны» тип исемләнгән иҫтәлекле билдәһе менән наградланған. Ирле-ҡатынлы өсөн был бик ҙур бүләк.
    Бергәләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп улар оҙон юл үткән. Ғаилә ныҡлығының сере нимәлә? Ильиндар быны ябай ғына аңлата: ауыр минуттарҙа бер-береңә һәр саҡ ярҙамға килергә, ә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, ауырлыҡтарҙы уртаҡ итергә. Уларҙың бер-береһен хөрмәт итеүе, күҙ ҡараштарынан уҡ аңлап тороуҙары, балаларға һөйөүе – барыһы өсөн дә сағыу миҫал булып тора. И.Каримова фотоһы.
    Читайте нас: