Транспорт республика бюджеты иҫәбенә алынған. Был маҡсатҡа 106 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Заманса микроавтобустар республиканың төпкөл тораҡ пункттарынан уҡыусыларҙың ауыл мәктәптәренә хәүефһеҙ йөрөүен тәьмин итергә тейеш.Радий Хәбиров билдәләүенсә, был – мөһим бурыстарҙың береһе. Ауылдар өсөн автобустар алыу артабан да дауам итәсәк.
Мәктәп транспортын яңыртыу Башҡортостанда «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.