Ә беҙ, мәктәп йәшендәге ҡыҙҙар, апай-еңгәләр тырма менән йөрөйбөҙ. Бер-бер артлы күбәләр ҡалҡа, бөтә ауыл яланда. Төркөм-төркөм булып бесәнселәр ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай, үҙ-ара көлөшәләр, шаяртышалар. Хәҙер инде салғы тотоусы юҡ тиерлек, беҙҙең балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ был ҡоралды музейҙарҙа ғына күрә аласаҡ.