Үткән аҙнала һалдатҡа яңы алынған бер төркөм Калининградҡа юлланды. Уларҙы оҙатыу минуттарын БЮТ каналында ҡараным. Ата-әсәләр өсөн генә түгел, телевизор ҡараусылар өсөн тулҡынландырғыс булғандыр тип уйлайым. Бынан бер нисә йыл элек улымды шулай оҙатҡан саҡтар иҫкә төштө.
Диңгеҙ пехотаһына алыныусылар араһында Асылыкүл буйы егете Эмиль Шәйхетдинов та бар. Ул ошо ғәскәрҙәргә эләгеүенә бик ҡәнәғәт. Алда уны яңы хеҙмәттәштәре, ғәҙәти әрме көндәре көтә. Яҡташыбыҙҙың бар эштәре лә уң булыуын, алыҫ диңгеҙ буйынан тик яҡшы хәбәрҙәр генә килеүен, ошондай ул үҫтергән әсәһенә түҙемлек, йән тыныслығы теләйбеҙ. Үҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәре өсөн ғорурлыҡ тойғолары уяна. Аҡ-ҡара һыҙатлы тельняшка кейгән егеттәрҙең бараһы юлдары, хеҙмәт итәһе йылдары тик аҡ һыҙаттарҙан ғына торһон. Именлек, һаулыҡ, тыныс хеҙмәт һеҙгә, һалдаттар!