+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ғинуар 2021, 16:20

Фантазияһына иҫең китер..

Кисә, 4 ғинуарҙа, Ҡар һәм боҙ фестивале көнө үтте.Конкурс үтеүгә ҡарамаҫтан, төрлө ауылдарҙан ҡар бабайҙар һәм башҡа һындар төшөрөлгән фотоһүрәттәр килеүен дауам итә.

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән ҡыҙыҡлы әйберҙәргә бағышланғайны. Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Ихаталағы иң яҡшы боҙ ҡаласығы" конкурстары ла иғлан ителгәйне.
Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Конкурста дөйөм алғанда, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ғына ҡатнашҡан, тиергә була. Әммә өлкәндәр ҙә был саранан ситтә ҡалмаған.
Мәҫәлән, Сапай ауылында бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған, бөгөнгө көндә хаҡлы ялдағы Тәнзилә Сәйетгәрәеваның ҡарҙан яһалған һындарын һоҡланмайса ҡарау мөмкин түгел! Кемдәр генә юҡ бында! Яңы йылдың төп символдары булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа, йәшел шырт ла, ҡурҡаҡ ҡуян да, уҙған йыл хужаһы ҡомаҡ та бар. Ә иғтибар үҙәгендә, быйылғы йыл хужәһы урын алған. Уның алдына бесән өйөмө һалынған һәм биҙрә менән һыу ҙа ҡуйылған хатта. Тик үгеҙҙең мөгөҙҙәре менән ҡойроғон даими һындырыуҙары ғына Тәнзилә ханымдың күңелен бер аҙ ҡыра. Уларҙы көн һайын тиерлек яңынан эшләп тора ул.
Читайте нас: