+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ғинуар 2021, 16:59

Таланттар арабыҙҙа!

Район Мәҙәниәт йортонда биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте. Саранан фотолар: https://asilikyl.rbsmi.ru/gallery/vystavkadekorativnoprikladnogotvorchestva2021

Венера Ахунйәнова милли костюмдар менән ҡыҙыҡһына. Күргәҙмәгә ул үҙенең ҡарт өләсәһенең түшелдереген башҡаларға ла күрһәтер өсөн алып килгән. Был түшелдереккә 100 йыл, ти ул. Ысынлап та, уның үҙенсәлекле һәм бик тә зиннәтле ҡомартҡы икәнлеге күренеп тора. Элек олатайҙарыбыҙ кейгән ыштан, елән, татар ҡатын-ҡыҙҙарының ҡалпаҡтары килеүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Римма Йосопова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмдарын тәҡдим итһә, Гүзәл Килмөхәмәтова биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә. Уларҙың оҫта ҡулдары ысын сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыра.
Нина Хилинская ҡорама ҡороу менән мауыға, ә Илһөйәр Мусина, Елена Мачулинаның ырғаҡ менән бәйләгән күлдәктәре, джемперҙары күҙҙең яуын ала, Марина Велесик йортто яуыз көстәрҙән һаҡлау һәләтенә эйә булған төрлө әйберҙәр яһай. Оҫта милли орнаменттарға өҫтөнлөк бирә.
Маргарита Петрованың килене таштарҙан беләҙектәр яһай башлаған. Ҡыҙҙары Ульяна, Екатерина, Дарья әсәләренә ихлас ярҙамлаша.
Мастер-класс Роман Рогивтың үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай моңдары тамамланы.
Илһөйәр Кәримова фотолары.
Читайте нас: