+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2021, 21:20

Биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе

Буранғолда оҫталыҡ дәресе уҙған. Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республиканың яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, 12 ғинуар - Ижад көнө тип иғлан ителгәйне. Ошо уңайҙан районда төрлө саралар ойошторолдо.
Мәҫәлән, Буранғол ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарының ҡул эштәренән онлайн-күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәресе ойошторған. Улар оҫта ҡуллы яҡташтарының һоҡланғыс ҡул эштәрен халыҡ баһаһына сығарған.
Мәҫәлән, ауылда йәшәүсе Фиҙәил Лотфулла улы Әхмәҙуллин улы Руслан менән сәйләндән үреп төрлө әйберҙәр яһай, Әлфиә Фәтхелислам ҡыҙы Минейәрова төрлө ысулдар менән, шулай уҡ таҫмалар, сәйлән менән сигеп, күҙҙең яуын алырлыҡ нимәләр тыуҙыра, Рөстәм Ғәскәров пластилиндан төрлө әйберҙәр, картиналар эшләй, ә Гөлбикә Ғәскәрова матур итеп бәйләй. Шулай уҡ буранғолдар милли биҙәүестәр яһаусы ауылдаштары Фларида Талипова менән ғорурланыуҙары тураһында ла яҙып киткән. Алтын ҡуллы Фларида күптән түгел Башҡортостанда уҙғарылған "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейемдәре оҫталары конкурсында ҡатнашып, сертификат алған.
Бына ошондай оҫталар йәшәй Буранғолда.
Читайте нас: