-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар 2021, 17:55

Бәлеш һалдым баландан,

Йыйған инем яландан.

Ҡыҙарып бешкән балан -
Ҡулдарыма мин алам.
Тәбиғәттең йәмелер
Ҡыҙыл балан төҫтәре.
Яуызлыҡтан һаҡлайҙыр –
Әселектә көстәре...
Тәлгәшле баландарға
Үттем генә ҡағылып.
Барҙыр өҙөп ҡапҡандар
Әсене татлы тиеп.
Бер ҡабаһың – әсе ул,
Бер ҡабаһың – татлы ул.
Донъя ла бит бер ҡараһаң,
Төрлө-төрлө ҡатлы ул.
Бәлеш һалдым балдандан,
Әселеген тойманым.
Татлы, әсе донъяларҙа
Әле йәшәп туйманым.
Нажиә Мәғәсүмова.
Читайте нас: