Ошо ваҡыт эсендә ул күп кешеләрҙә сәләмәт тештәренә һөйөнөп, матур итеп йылмая алыу теләген һәм мөмкинлеген кире ҡайтарған.
Нәғим стоматолог һөнәренә уҡырға атаһы Сабир Ситдиҡ улы Ғәлиндың кәңәше буйынса бара. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, талапсан һәм ғәҙел кеше улының медицинала кешеләргә файҙа килтерерлек, кәрәкле һөнәр һайлауын теләй. Нәғим Сабир улы иһә йәш сағында йырсы булыу, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау тураһында хыялланыуын әйтә, мәктәптә һәм артабан студент йылдарында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, хорҙа йырлай һәм яңғыҙы башҡара. Йырға булған һөйөүен ғүмере буйына һаҡлап ҡалған. 2010 йылда «Юлдаш йыры» республика фестивалендә сығыш яһап, I урын яулай. Әммә атаһының һүҙен тыңлап, ошо һөнәрҙе һайлағанына һис кенә лә үкенмәй.
- Беҙҙе шулай итеп тәрбиәләнеләр, - ти ул, - ололарҙың, айырыуса атайҙың һүҙен тыңламау башҡа ла инеп сыҡмай торғайны. Беҙ, балалары, уны ихтирам иттек, ә ул үҙ миҫалында беҙҙә эш һөйөүсәнлек һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышты.
Моғайын, өлкән Ғәлин улында уның яҙмышын ышаныслы, дөрөҫ юлдан йүнәлтерлек һыҙаттарҙы күрә белгәндер. Башҡорт дәүләт медицина институтында врач-стоматолог һөнәренә уҡып йөрөгәндә, Нәғим өсөнсө курстан һуң хәрби медик булырға ҡарар итә һәм Һамар Хәрби-медицина академияһына «Хәрби стоматология» һөнәре буйынса уҡырға күсә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң Кавказ аръяғы хәрби округының айырым медицина батальонына йүнәлтмә ала.
Уларҙың часы Баку ҡалаһында урынлаша. Ул ваҡытта был яҡтарҙа хәлдәр ҡатмарлы тора, икенсе төрлө әйткәндә, һуғыш бара. Илебеҙ тарҡала, ә хәрбиҙәр ысын мәғәнәһендә алғы һыҙыҡта ҡала. Ул саҡтарҙа ауыртҡан тештәрҙе дауалау менән генә түгел, ә пуля һәм ярсыҡтарҙан алған яралар эҙемтәләрен дә бөтөрөргә, төрлө ҡатмарлыҡтағы операциялар яһарға, йәғни бер үк ваҡытта стоматолог та, бит-яңаҡ хирургы ла булырға тура килә. Был бер яҡтан тиңе булмаған тәжрибә бирһә, икенсе яҡтан ҙур рухи һәм физик көс талап итә.
1993 йылда хәрбиҙәр төбәктән сығарыла һәм хәрби стоматолог Нәғим Ғәлин тыуған Башҡортостанына, Күмертау ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Урындағы поликлиникала ябай стоматолог булып эш башлай, бер аҙҙан уға бүлек етәксеһе вазифаһын ышынып тапшыралар. 2001 йылда ғаиләләре менән Дәүләкән ҡалаһына күсенергә ҡарар итәләр. Ниңә тап беҙҙең ҡаланы һайлауын Нәғим Сабир улы ошолай аңлата:
- Ҡаланың Өфөгә яҡын урынлашыуы, Башҡортостандың төньяҡ райондары менән сағыштырғанда, уртаса йомшаҡ климат, ҡатынының тыуған ере – Әлшәй районының күрше булыуы оҡшаны. Бында күсеп килгәнемә һис тә үкенмәйем, хәҙер инде тамырҙарым менән ошо ергә беректем, бында – дуҫтарым, таныштарым, яратҡан эшем. Бөтәһе лә оҡшай, ҡәнәғәтмен.
Дәүләкәндә лә бөтәһен дә өр-яңынан башларға тура килә. Тәүҙә «иҫке дауахана» районында урынлашҡан бүлектә стоматолог булып хеҙмәт һала, артабан, айырым бинаның төҙөлөшө тамамланғас, стоматология поликлиникаһы мөдире булып эшмәкәрлеген дауам итә. Ҡыйыу һәм тәүәккәл кеше булараҡ, ул 2005 йылда бөтә кәрәкле документтар, лицензиялар, ҡоролмалар ала, бина ремонтлай һәм ҡалала тәүге стоматология клиникаларының береһен асып, шәхсән эшләүсе врач булып китә. Белеме һәм тәжрибәһе етерлек тупланғанлыҡтан, кешеләр уның тураһында яҡшы белә, шуға клиенттар уны һайлай.
Клиникала тештәрҙе дауалап ҡына ҡалмайҙар, тимерһеҙ, тимер һәм пластик конструкциялар ҡулланып, уларға протездар ҙа етештерәләр. Бының өсөн теш яһау лабораторияһы бар. Унда тәжрибәле, юғары квалификациялы ике техник эшләй. Алдағы көндәрҙә тимер-керамика протездарын яһау һәм урынлаштырыуҙы планлаштыралар.
- Хәҙер стоматология бынан ун- ун биш йыл элек булғанынан күпкә алға китте, - ти врач-стоматолог Нәғим Сабир улы Ғәлин. – Шуға беҙ ҙә бер урында ғына тормайбыҙ, тештәрҙе дауалау өсөн алдынғы ысулдар һәм заманса материалдар, ауыртыуҙы баҫыусы һөҙөмтәлерәк препараттар ҡулланабыҙ. Уларҙы ярамаған осраҡтары булһа, һәр пациент өсөн шәхсән һайлайбыҙ. Был дауалауҙы ауыртыныуһыҙ, яңы сифатлы кимәлдә башҡарыу мөмкинлеге бирә.
Завод урамында урынлашҡан клиникаға көнөнә, уртаса алғанда, алты-һигеҙ кеше килә. Ҡағиҙә булараҡ, йыш ҡына бик һуңлап, ауыртыуға түҙә алмай башлағас, мөрәжәғәт итә. Аңлашыла, был осраҡта теш тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан, уның менән күп эш башҡарырға кәрәк була. Врач-стоматолог ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, әммә ул, кешеләр ауыҙ ҡыуышлығы һәм тештәрҙең ауырыуҙарына күберәк иғтибар бүлһә, яҡшыраҡ булыр ине, тип билдәләй, сөнки теләһә ниндәй ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе һәм башланғыс этабында дауалауы күпкә еңелерәк. Шуға стоматологҡа даими килеү – үҙеңдең сәләмәтлегеңде ҡайғыртыу тигән һүҙ. Етмәһә, заманса анестетиктар кәрәкле участканы тәрән һәм оҙаҡ ваҡытҡа «туңдырыу» һәм пациентты ҡурҡытҡан ауырытыуҙарһыҙ ғына дауалау мөмкинлеге бирә.
Уҙған йылдың сентябрендә Нәғим Ғәлин Рәсәйҙең стоматология ассоциацияһының «Стоматология отличнигы» миҙалы менән бүләкләнгән. Был врачтың һөнәри өлкәлә танылыу яулауының билдәһе. Әммә пациенттарының асыҡ, ихлас йылмайыуы уның өсөн иң яҡшы награда булып ҡала.