Поляковка ауылы мәҙәниәт йортонда Ғашиҡтар көнөнә арналған "Ир һәм ҡатын - бер бөтөн" тигән шоу-кисә уҙғарылған. Унда йыйылыусылар күңел асып, аралашып ҡына ҡалмаған, үҙҙәрен дә күрһәткән, башҡаларҙың һөнәрен дә ҡараған.
Кисәнең уйындар менән үткән өлөшөндә ғаилә парҙарына үҙҙәренең икенсе яртыһын нисек белеүҙәренә шаян конкурстар тәҡдим ителгән. Бөтә сетерекле хәлдәрҙә лә бер-береһен яҡшы тойған, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған парҙарға "Кисәнең идеаль пары" тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Кисә һуңында йыйылыусылар өсөн байрам дискотекаһы ойошторолған.