-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2021, 11:00

Егәрле ғаилә башлығы

Зөлфәт Байбулатовтың исеме бал яратҡан дәүләкәндәргә яҡшы таныш.

Был ир уҙаманын тап шулай тип атарға мөмкин
Зөлфәт Байбулатовтың исеме бал яратҡан дәүләкәндәргә яҡшы таныш. Дүртөйлө ауылында күп балалы ғаиләлә үҫкән малай бәләкәйҙән үк эштә сынығып үҫә. Ғаиләләге ун баланың һәр ҡайһыһы үҫә бара, ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ҙур ярҙамсыға әйләнә бара. Ә ауылда, билдәле, йорт эштәре иртә таңдан ҡара кискә тиклем дауам итә. Мәктәптә өлкән кластарҙа уҡығанда тиңдәштәре менән бергәләп колхозға ярҙам итергә йөрөй. Йәшелсә үҫтереү менән дан ҡаҙанған хужалыҡта ул ваҡытта олоһонан кесеһенә тиклем баҫыуҙа тир түгә. Йәшелсәләрҙе тәрбиәләп ҡарағанда ғына көҙөн мул уңышҡа өмөтләнергә мөмкин. Зөлфәт Хөсәйен улы ниндәйҙер уңышҡа өлгәшәм тиһәң, күп тырышлыҡ һалырға кәрәклеген шул саҡтарҙа уҡ тойомлап ҡалғандыр ҙа. Умарта ҡарау еңел эш түгел. Ул бик тә нәзәкәтле, мәшәҡәтле, түҙемлек, иғтибар талап итә торған шөғөл. Ҡорттарҙың айырған ваҡытын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Кәрәҙҙәрҙе даими ҡарап, тикшереп торорға кәрәк. Белеүегеҙсә, бал ҡорттары таҙалыҡ ярата, һис бер еҫ булырға тейеш түгел. Зөлфәт Хөсәйен улы был үҙенсәлектәрҙе яҡшы белә.
Был эштә уға ҡатыны Фирҙәүсә, өс улы ярҙам итә. Байбулатовтарҙың өлкән улдары армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан, тимәк, был көндәрҙә уларҙың йортонда ла ысын байрам. Ә өҫтәл уртаһына барыһының да уртаҡ хеҙмәт емеше – шифалы бал ҡуйыла. Күмәкләп ултырышып, баллап сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер!
Читайте нас: