Балалар сәнғәт мәктәбендә өҫтәмә музыка бүлектәре асылды
Синтезатор һуңғы ваҡытта балалар өсөн иң популяр музыка ҡоралына әйләнә бара. Фортепианоның «туғаны» булыуға ҡарамаҫтан, унда уйнарға өйрәнеү күпкә тиҙерәк һәм еңелерәк. Заманса синтезатор үҙендә төрлө функцияларҙы күпләп туплаған ҡоролма. Ул музыканы башҡарыу һәм яҙҙырыу, ҡатмарлы аранжировкалар төҙөү мөмкинлеге бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был музыка ҡоралы тотош оркестрҙы алыштыра. Етмәһә, фортепианонан айырмалы рәүештә, синтезаторҙа ике төймә ярҙамында ғына тулы аккорд уйнап була. Ошо мөмкинлектәрҙең бөтәһе балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларын йәлеп итә лә инде.
Дөйөм алғанда, синтезаторҙа уйнарға өйрәнергә фортепианола уйнай белгәндәр килә. Ике музыка ҡоралы буйынса ла Гөлнара Минейәрова уҡыта. Уның 13 уҡыусыһы бар. Уҡытыу дөйөм үҫеш программаһы буйынса алып барыла. Балалар төрлө композициялар үҙләштерә.
Сәнғәт мәктәбе синтезаторы бөтә эш барышын күрһәтеүсе экран, бер клавишаға баҫҡас, өс яңғыраш биргән автоаккомпанемент менән йыһазландырылған. Бынан тыш, синтезаторҙа стилде, тауышты һәм тондарҙы үҙгәртеүсе төймәләр күп. Иң мөһиме уларҙы бутамаҫҡа кәрәк. Бала ноталар грамотаһы менән таныш булһа, уҡытыу күпкә еңелерәк бирелә. Бөтә ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, балалар синтезаторҙа уйнарға өйрәнергә ҙур теләк менән йөрөй.
«Хәҙер электроника заманы. Мәктәп уҡыусыларына төрлө төймәләргә баҫып, музыка стилен тиҙ генә үҙгәртеү бик оҡшай. Мин үҙем дә уларҙың йырлауҙарын, уйнауҙарын, үҙҙәренә аккомпаниатор булыуҙарын һәм тағы ла, ата-әсәләр балаларының тырышлаҡтары һөҙөмтәһен күреүҙәрен теләйем. Был минең өсөн айырыуса мөһим», - ти Гөлнара Минейәрова. Педагогтың уҡыусыларының береһе, Ксения Степанцова, үҙенең тәьҫораттары менән бүлешеп: « Өс йыл фортепианола уйнарға өйрәнгәндән һуң синтезаторға күстем. Бында иң мөһиме – төймәләрҙең нисек урынлашҡанын иҫтә ҡалдырыу, артабан инде бөтәһе лә үҙенән-үҙе бара. Был – бик ҡыҙыҡлы», - ти.
Синтезаторҙа уйнарға шулай уҡ Вперед ауылы мәктәбендә лә өйрәтәләр. Педагог бында аҙнаға ике тапҡыр килә.
Балалар сәнғәт мәктәбендә скрипка бүлеге лә асылған. Бында уҡыусыларҙы алты йәштән ҡабул итәләр. Скрипка өйрәнеү өсөн ҡатмарлы һанала, сөнки бында музыканы ишетә белеү һәләте юғары булырға тейеш.
«Был - ҡатмарлы музыка ҡоралы. Унда баҫымдар юҡ. Бөтә ҡатмарлығы - музыканы ишетеү һәләте буйынса ғына башҡарыу. Ҙур булмаған әҫәр өҫтөндә лә оҙаҡ эшләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, скрипка һыҙғысын оҫта итеп йөрөтөү өсөн, оҙайлы ваҡыт эсендә өйрәнергә тура килә. Дәрестәрҙә тап ошоноң менән шөғөлләнәбеҙ ҙә. Уҡыусылар тырыш, дәрестәрҙе сәбәпһеҙ ҡалдырмай. Ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтә. Бөтәһе лә балаларының нисек шөғөлләнгәнен күҙәтеп бара. Хатта берәйһе ауырып китһә лә, улар йорттарындағы күнекмәләрҙең видеоларын ебәрә», - ти Розалиә Хужәхмәтова.Сәнғәт мәктәбендә был музыка ҡоралынан бер нисә йыл уҡытмағандар. Скрипкасы Розалиә Хужәхмәтова мәктәпкә Өфө ҡалаһынан килеп, аҙнаға ике тапҡыр дәрестәр бирә. Педагог Учалы ҡалаһындағы Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт колледжын тамамлаған, әле Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында белем ала. Розалиә Хужәхмәтованың сәнғәт мәктәбендә 15 уҡыусыһы бар. Һәр ҡайһыһының музыка ҡоралы үҙенеке.
Дәрестәр 35-әр минут бара. Скрипкала уйнарға өйрәнеүҙең тулы курсы – ете йыл. Әгәр ҙә тәрбиәләнеүсе дөйөм үҫеш программаһы буйынса шөғөлләнһә – биш йыл. Һәр осраҡта, музыка ҡоралы нисек кенә ҡатмарлы булһа ла, баланың теләге – иң мөһиме. Ә ҡалғанын инде балалар сәнғәт мәктәбенең иңдәрендә тәжрибә һәм һөнәри оҫталыҡтары ятҡан педагогтары башҡарасаҡ.