+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Апрель 2020, 16:50

«Сәләм. Батырҙар дәүере» проекты старт алды

Тапшырыу иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем рус һәм башҡорт телдәрендә бара. Проект авторҙары коронавирус пандемияһы ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәткән табиптар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Студияла тик бер генә алып барыусы эшләй. Ул скайп аша төрлө район-ҡалаларҙа йәшәгән ҡыйыу, миһырбанлы, оло йөрәкле яҡташтарыбыҙ менән бәйләнешкә сығып, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора. Шул уҡ ваҡытта тура эфирҙа барған тапшырыуҙа «өйҙә яҡшыраҡ» хештэгы менән социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған төрлө флешмобтар ҙа яҡтыртыла. Видеояҙмалар күрһәтеләсәк.Гөлназ Хәйбуллина.

Тапшырыу иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем рус һәм башҡорт телдәрендә бара. Проект авторҙары коронавирус пандемияһы ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәткән табиптар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Студияла тик бер генә алып барыусы эшләй. Ул скайп аша төрлө район-ҡалаларҙа йәшәгән ҡыйыу, миһырбанлы, оло йөрәкле яҡташтарыбыҙ менән бәйләнешкә сығып, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора. Шул уҡ ваҡытта тура эфирҙа барған тапшырыуҙа «өйҙә яҡшыраҡ» хештэгы менән социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған төрлө флешмобтар ҙа яҡтыртыла. Видеояҙмалар күрһәтеләсәк.
Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: