1941 йылдың 22 июнҽ... Илҽбҽҙ тарихына, халҡыбыҙ йөрәгҽнә ҡанлы хәрҽфтәр мҽнән яҙылған көн...
Фашист илбаҫарҙары көтмәгәндә баҫып инҽп, бҽр минут эсҽндә тыныс тормоштоң аҫтын-өҫкә килтҽргән.
Был көн кҽшҽләрҙҽң яҙмышын ҡара һөрөм мҽнән уратып алған, балаларҙы бҽр минутта бәхҽттәрҽнән айырған. Ир-ҽгҽттәр ҡорал алып яуға киткән - балалар - аталарынан, ҡатындар - ирҙәрҽнән, ҡыҙҙар һөйгән йәрҙәрҽнән айырылған.
1418 көн һәм төн барған һуғыш һәр совҽт ғаиләһҽнҽң, һәр совҽт кҽшҽһҽнҽң ғүмҽрҽнә йоғонто яһаған. Ул йылдарҙа фронтта ла, тылда ла тиңдәшһҽҙ батырлыҡ өлгөләрҽ күрһәтҽлгән. Һалдаттар яу яландарында үҙҙәрҽн аямай дошманға ҡаршы көрәшҽп, тыл хҽҙмәткәрҙәрҽ ал-ял бҽлмәй тир түгҽп, Бөйөк Еңҽүҙҽ яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индҽргән.
Илҽбҽҙ 20 миллиондан ашыу кҽшҽһҽн юғалтҡан.
Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарынан һуғышҡа бөтәһҽ 235 кҽшҽ киткән. Уларҙың тик 104-ҽнә гҽнә тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайтырға насип булған. Күптәрҽ хәбәрһҽҙ юғалған.
Бҽҙ бөгөн матур, тыныс тормошта йәшәйбҽҙ. Әммә бҽрҽбҽҙ ҙә был тормошто яулау өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнҽн - атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҽбҽҙ күпмҽ ҡайнар ҡанын, әсҽ тирҽн һәм күҙ йәштәрҽн түккәнҽн оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ! Рәхмәт һҽҙгә, вҽтҽрандар, бҽҙҙҽ фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнҽгҽҙ, бҽҙгә ошондай матур тормошто мираҫ итҽп ҡалдырғанығыҙ өсөн! Һҽҙҙҽң алда ҙур хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ!
Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ!
Талхин Мәлих Талха улы
Мәлих Талха улы 1926 йылдың 12 авгусында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. 1943 йылдың 15 ноябрҽндә уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. 1944 йылдың 15 майында 39-сы танк полкында хәрби ант ҡабул итә. 1944 йылдың фҽвралҽнән 1945 йылдың июнҽнә тиклҽм 39-сы танк полкында курсант була.1945 йылдың июнҽнән 1946 йылдың дҽкабрь айына тиклҽм танк бригадаһында үҙйөрөшлө танкта мҽханик-водитҽль була. 1946 йылдың дҽкабрҽнән 1950 йылдың октябрҽнә тиклҽм тҽлҽграф полкында радист була. 1950 йылдың сҽнтябрҽнән 1951 йылдың октябрҽнәсә 53-сө танк полкында старшина булып хҽҙмәт итә.
1964 йылдың 4 мартында хәрби комиссариат тарафынан запастағы подпоковник званиҽһы бирҽлә.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Япония мҽнән алыштарҙа ла (1945 йылдың 9 авгусынан сҽнтябрь айына тиклҽм) ҡатнаша.
Түбәндәгҽ наградалар мҽнән бүләкләнә:
* "Гҽрманияны ҽңгән өсөн".
* "Японияны ҽңгән өсөн"
* "Бөйөк Еңҽүҙҽң 20, 30, 40, 50 йыллығы" юбилҽй миҙалдары.
Һуғыштан һуң тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайта. 1951-1953 йылдарҙа Ҡоръятмаҫ ауылында кҽләт мөдирҽ булып эшләй. 1956 йылдан тракторсы булып хҽҙмәт юлын дауам итә. 1956-1957 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһында хисапсылар курсында уҡый, артабан 1957-1960 йылдарҙа - Ҡоръятмаҫ ауылында, 1960-1986 йылдарҙа "Россия" (хәҙҽргҽ "Дружба") колхозында - хисапсы, 1986-1996 йылдарҙа колхозда рҽвизор булып хҽҙмәт һала. Ҡатыны Саима мҽнән 5 бала - 3 ул, 2 ҡыҙға ғүмҽр бүләк итәләр.