-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Октябрь 2022, 22:16

Егеттәргә посылкалар ебәреү дауам итә

Балтас районынан да яҡташтарына бүләктәр илткәндәр

Егеттәргә посылкалар ебәреү дауам итә
Егеттәргә посылкалар ебәреү дауам итә

Өлөшләтә мобилизация буйынса үҙ теләктәре менән хәрби хеҙмәткә алыныусыларға яҡташтары посылкалар ебәреүен дауам итә.

Татарстан территорияһында урынлашҡан полигонда хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә, мәҫәлән, бөгөн Балтас районынан микроавтобусға тейәп бүләктәр алып килделәр. Был лагерҙа ошо райондан 50-нән ашыу егет хәрби әҙерлек үтә.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев үҙҙәренең яҡташтарын Республика көнө менәнҡотларға, туғандарынан күстәнәс тапшырырға ҡарар итеүҙәре тураһында белдерә. Шулай уҡ хакимиәттән дә ылау килтереүҙәре, урындағы эшҡыуарҙар ҙа күстәнәстәрен йәлләмәүе хаҡында бәйән итә. Балтас районынан алынған һәм ошо лагерҙа хәрби әҙерлек үткән 50-нән ашыу егеттең иҫән-һау булыуын күреп, изге теләктәр теләп ҡайтып китеүҙе үҙҙәре өсөн бик мөһим булыуы тураһында ла әйтеп үтә. Ул егеттәрҙең кәйефе төшөнкө түгеллеген, илде һаҡларға барыу өсөн хәрби әҙерлекте тырышып үҙләштерергә ынтылыуҙарының күренеп тороуын да билдәләй .

Автор:Рәшит Кәлимуллин.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2022-10-11/baltas-rayonynan-b-l-k-kilter-el-r-2985512

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: