Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында Учалы районы егеттәре лә бихисап. Шуларҙың береһе – Ҡоҙаш ауылынан Айнур.
Ул үҙенең хәрби хеҙмәткә өсөнсө тапҡыр юлланыуы тураһында хәбәр итә. Тәүге тапҡыр егет 18 йәшендә, хәрби саҡырылышҡа ярашлы әрмегә барып, Ватан алдындағы бурысын үтәй. Икенсеһендә контракт буйынса һуғыш хәрәкәттәре тынып бөтмәгән Абхазияла хәрби хеҙмәттә була. Әле бына өсөнсө тапҡыр барырға йыйына. Уҙаман бер ниндәй ҡурҡыу хисе лә, шик-шөбһә лә юҡлығы тураһында белдерә.
Айнур Учалы ҡалаһында ағаһының икмәк бешереү цехында ярҙамлашып йөрөй, кибеттәргә икмәк ташый. Учалы ҡалаһындағы хәрби комисариатта үҙ теләге менән 30 егет йыйылғас, уларҙы «бер взвод булдығыҙ», тип, бер хәрби подразделение итәләр.
Полигонда ла был 30 кеше бер палаткала йәшәй, махсус хәрби операция урынына ла бер взвод булып китербеҙ тип ниәтләнәләр. Айнур йәшәү һәм күнекмәләр шарттары тураһында һөйләгәндә, бында ашатыуҙың һәйбәт булыуы, йылы кейемдәрҙе күп итеп килтереүҙәре, йыуыныу өсөн мунса барлығы тураһында бәйән итә
Автор:Айрат Нурмөхәмәтов.
Автор фотолары.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-11/h-rbi-he-m-tk-em-tel-p-yullandym-2985273