+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Сентябрь 2019, 14:35

Күсемһеҙ милек менән эш итеү

Рәсәйҙә күсемһеҙ милек һатыу- һатып алыу процедураһы ябайлашты

Рәсәйҙә күсемһеҙ милек һатыу- һатып алыу процедураһы ябайлашты
Бер нисә кешенең уртаҡ күсемһеҙ милке менән эш иткәндә хәҙер нотариаль раҫлау кәрәкмәй.
Ағымдағы йылдың 31 июленән «Күсемһеҙ милекте теркәү тураһында»ғы 218-се Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, кешеләрҙең уртаҡ күсемһеҙ милке менән эш иткәндә, элек мотлаҡ булған нотариаль раҫлау ҡайһы бер килешеүҙәрҙә кәрәкмәйәсәк. Федераль кадастр палатаһы килешеүҙәр төҙөү поцедураһындағы үҙгәрештәргә аңлатма биреп үтте.
Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, күсемһеҙ милектең хужаһы бер генә кеше булһа, уны һатыу, алыу һәм ипотека килешеүҙәрен нотариаль раҫлау кәрәкмәй. Әгәр ҙә милек хужалары булып бер нисә кеше торһа, уртаҡ милеккә килешеү төҙөгәндә нотариаль раҫлау талап ителә. Уртаҡ күсемһеҙ милек менән эш итеү килешеүҙәре өсөн бындай ҡағиҙәләр 2016 йылда 172-се Федераль законда ҡаралып, бөгөнгө көнгә тиклем эшләп килде. Яңы 76-сы Федераль закон уртаҡ милек менән эш итеү килешеүҙәре төҙөүҙе ябайлаштырҙы. Уға ярашлы, 2019 йылдың 31 июленән уртаҡ милектең бөтә хужалары ла бергә йыйылып, ипотека һәм тартып алыу (отчуждение) килешеүҙәре төҙөгәндә документты нотариаль раҫлау талап ителмәй.
Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, мираҫҡа ҡалдырыу һәм ипотека килешеүен, уртаҡ милек хужалары бөтәһе лә ҡултамғаларын ҡуйған осраҡта, ябай яҙма формала төҙөргә була.
«Индерелгән яңылыҡ граждандарға уртаҡ милек менән эш итеү килешеүен төҙөгәндә, уны нотариаль раҫлауҙың кәрәкме-юҡмы икәнен үҙҙәренә хәл итеү мөмкинлеге бирә. Күп осраҡта фатир, йорт, гараж һәм ер участкаларының уртаҡ хужалары булып яҡын туғандар тора. Уларға бер-береһе менән килешеү төҙөүҙе раҫлауҙың күп ваҡытта кәрәге юҡ»,- ти Федераль кадастр палатаһы эксперты Надежда Лещенко.
Мотлаҡ нотариаль йыйымдарҙы бөтөрөү аҡсалата сығымдарҙы кәметәсәк һәм уртаҡ милек булған күсемһеҙ милек әйләнеше процесын күпкә ябайлаштырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта милектең хоҡуҡлы хужалары, теләге булһа, килешеүҙе нотариуста раҫлата ала.
Килешеүҙәрҙе нотариус раҫлауы, суд тикшереүҙәре килеп тыуған осраҡта, килешеү төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн нигеҙ булып тора. Уртаҡ милек хужаларының береһе генә лә килешеү төҙөүҙән баш тартһа, ҡалғандарына документты тейешенсә тултырыу өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
Килешеүҙәрҙе өҫтәмә легитим гарантиялау уларҙың хаҡын арттырыуға килтерә, сөнки килешеүҙе раҫлағанда нотариаль хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән тыш, Рәсәй Федерацияһының нотариат закондары тарифтарына ярашлы күсемһеҙ милек хаҡынан 0,5 процент түләү ҡаралған.
Читайте нас: