+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Ғинуар 2020, 12:15

Умартасыларға хәбәр итергә тейештәр

Нимә тураһында? Баҫыуҙарҙың пестицидтар менән эшкәртелеүе тураһында.

Үткән йыл йәй Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының күпләп үлеүе сәбәпле, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ауыл хужалығы предприятиелары умартасыларға яҡын-тирәләге баҫыуҙарҙың химик препараттар менән эшкәртелеүе хаҡында белдерергә тейеш тигән закон проекты тәҡдим итте.
Республикала бал йыйыу осоронда 2,5 мең самаһы күс һәләк булған. Дәүләкән районы умартасылары ла ошо сәбәпле, ярайһы уҡ матди зыян күрҙе. Башҡорт балы менән данланған Башҡортостанда бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына һис тә юл ҡуйырға ярамай.
Читайте нас: