Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында һәммәбеҙҙең был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бынан тыш, башҡа кешенең дә икенсе кеше өсөн түләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә былар барыһы ла үҙ ваҡытында атҡарылырға тейеш.