+14 °С
Облачно
Антитеррор
ИҠТИСАД
6 Августа 2021, 03:18

Инфекцияны тик бергәләп кенә еңәсәкбеҙ

Инфекцияны тик бергәләп кенә еңәсәкбеҙИнфекцияны тик бергәләп кенә еңәсәкбеҙ
Инфекцияны тик бергәләп кенә еңәсәкбеҙ

5-се гимназия уҡытыусыһы Земфира Ирек ҡыҙы Ғайсина ни өсөн прививка эшләтеүе тураһында һөйләй

5-се гимназия уҡытыусыһы Земфира Ирек ҡыҙы Ғайсина ни өсөн прививка эшләтеүе тураһында һөйләй.

"Вакцина эшләтергәме-юҡмы тигән һорау минең алдымда бөтөнләй торманы, сөнки үҙем өсөн генә түгел, ә уҡытыусы булараҡ, күп һанлы уҡыусыларым, уларҙың ата-әсәләре өсөн иңемдә оло яуаплылыҡ ятыуын яҡшы аңлайым. Шулай уҡ үҙемдең ғаилә ағзалары: тормош иптәшем, ике ҡыҙымдың да ауырыуын теләмәйем. Вирустың әйләнә-тирәлә йөрөүен, яңынан-яңы ҡорбандар эҙләүен яҡшы аңлағанлыҡтан, тормош иптәшем дә, өлкән ҡыҙым да вакцинация үтте. Шуға тыныс күңел менән әйләнә-тирәләгеләр менән аралаша алабыҙ, уларҙың да, үҙебеҙҙең дә сәләмәтлегебеҙ өсөн борсолмайбыҙ, сөнки бар донъяға таралған инфекция сығанағы булмаясаҡбыҙ. Пандемияны һис шикһеҙ туҡтатырға, бөтә Ер шары буйлап йөрөгән инфекцияны һис шикһеҙ еңергә, ә бының өсөн барыбыҙға ла прививка яһатырға кәрәк! Ҡурҡып тормағыҙ. Табип күрһәтмәләрен үтәһәгеҙ , прививка эҙемтәләрһеҙ уҙасаҡ. Был проблемаға битараф ҡалмайыҡ. Вакцинацияланғандарҙың һаны ни тиклем күберәк булһа, ауырыуҙы ла шул тиклем тиҙерәк еңәсәкбеҙ! Халҡыбыҙҙа: "Күмәкләгән - яу ҡайтарған", - тигән әйтем дә бер ҙә юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит. Бөтәбеҙ ҙә берҙәм булайыҡ, дуҫтар! Бары тик шул осраҡта ғына ҡороғорвирусты тиҙ арала еңә алырбыҙ! "

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас