Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн стратегик һәм дискуссия майҙансыҡтары, "түңәрәк өҫтәл"дәр һәм башҡа бик күп саралар ҡаралған. Улар спикерҙар менән берлектә экология, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм туризм буйынса фекер алышасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте "Инвестсәғәт" форматында Инвестиция комитеты ултырышы"н ойоштороусыһы булһа, "Рюкзак аҫтында" инициатив төркөмө төбәктә әүҙем ял мөмкинлектәре тураһында таныштырасаҡ. Ҡунаҡтар шулай уҡ Республика милли аш-һыуына һәм халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеге ҡымыҙға арналған "Ҡымыҙфест"та ҡатнаша ала. Сараның хедлайнеры булып Валерияның сығышы көтөлә.
Быйылғы инвестһабантуйҙың йәнә бер яңылығы бар: иртәгә ҡала буйынса йәмәғәт транспортында йөрөү бушлай була. Сибай урамдары буйлап яңы "НефАЗ" автобустарында ҡаланың бөтә матур урындарын, арт-объекттарын күрергә мөмкин буласаҡ, ҡала ҡунаҡтары үҙҙәре теләгән локацияға бер ниндәй ауырлыҡһыҙ барып етә аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.