Иртәгә Сибай ҡалаһы өсөнсө йыл рәттән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ҡаршы ала. Нисек Башҡортостандың ҙур булмаған ҡалаһы бөтә донъя эксперттарын һәм ҡунаҡтарын үҙенә йәлеп итә?
Сибай бөгөн - Урал аръяғының сәнәғәт, мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәге, иҡтисади үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Шуға күрә тап ул һайланған. Икенсенән, сара юҡҡа ғына инвестиция һабантуйы тип аталмай. Иртәгә ҡалаға бөтә донъянан бизнес-йәмәғәтселек вәкилдәре, эксперттар, инвесторҙар киләсәк. Былтыр үткән инвестһабантуйҙа партнерлыҡ һәм инвестициялау буйынса 23 килешеүгә ҡул ҡуйылды, был республикаға ун миллиард һумдан ашыу иҡтисади һөҙөмтә килтерҙе.
Сибай - тормош өсөн шарттар булған ҡалаларҙың береһе, Урал аръяғының логистика үҙәге лә.
"Форумдың төп маҡсаты - алдағы йылдарҙа Урал аръяғы яҡшы үҫешһен өсөн төп йүнәлештәрҙе билдәләү. Сибай ҡалаһында йәшәгәндәргә генә түгел, ә уға яҡын райондар халҡына ла бар яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн сарала мөмкинлектәр етерлек. Беҙ һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, спортҡа ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ. Төбәктә яңы эш урындары, мөһим социаль объекттар барлыҡҡа киләсәк", - ти Андрей Назаров.
Фото: "Башинформ".