-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Сентябрь 2021, 17:00

Сибайҙа инвестһабантуй үҙ эшен башлай

Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы старт ала. Ул өсөнсө йыл рәттән үткәрелә һәм быйыл да ике көн дауамында, 10 – 11 сентябрҙә, эшләйәсәк.

Сибайҙа инвестһабантуй үҙ эшен башлай
Сибайҙа инвестһабантуй үҙ эшен башлай

Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы старт ала. Ул өсөнсө йыл рәттән үткәрелә һәм быйыл да ике көн дауамында, 10 – 11 сентябрҙә, эшләйәсәк.

Сибай Урал аръяғының сәнәғәт, мәҙәниәт, медицина һәм мәғариф үҙәге булып тора, иҡтисади үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Бөгөн бында Рәсәйҙең һәм шулай уҡ сит илдәрҙән бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәре, эксперттар, инвесторҙар йыйыла. Былтыр, мәҫәлән, инвестһабантуйҙа партнерлыҡ һәм инвестициялау буйынса ун миллиард һумдан ашыу 23 килешеүгә ҡул ҡуйылған.

"Форумдың төп маҡсаты - Урал аръяғының үҫеш йүнәлештәрен билдәләү. Сибай халҡы өсөн генә түгел, ә уға яҡын райондарҙа көн итеүселәр ҙә был саранан файҙа күрһен өсөн мөмкинлектәр етерлек. Беҙ һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, спортҡа ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ. Төбәктә яңы эш урындары, мөһим социаль объекттар барлыҡҡа киләсәк", - ти, форумдың әһәмиәтен билдәләп, республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

 

Автор:
Автор:"Башҡортостан ҡыҙы" журналы
Читайте нас: