+31 °С
Ясно


Уҙған ял көндәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында "Группы двадцати" саммитында сығыш яһаны.
Ултырыш ике көн дауам итте. Тәүгеһе "Донъя иҡтисады һәм глобаль һаулыҡ һаҡлау" тип аталды. Пандемия арҡаһында үткән йыл күпселек илдәр властары бюджет дефицитын һиҙелерлек кәметергә мәжбүр булды. Рәсәйҙә иһә 2020 йылда халыҡҡа, бизнесҡа, һаулыҡ һаҡлау тармағына ярҙам фонында бюджет дефициты дүрт процентҡа үҫкән, был хеҙмәт баҙарын тергеҙеүгә булышлыҡ иткән.
Ил Президенты үҙенең сығышында - халыҡтың именлек торошон һаҡлауиң мөһиме тип белдерҙе.