0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Ноябрь 2021, 11:15

Иң мөһиме – халыҡтың именлеген ҡайғыртыу

Ил Президенты саммит ултырышында ҡатнашты

Иң мөһиме – халыҡтың именлеген ҡайғыртыу
Иң мөһиме – халыҡтың именлеген ҡайғыртыу

Уҙған ялда Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында  «Группы двадцати» саммитында сығыш яһаны.

Ултырыш ике көн дауам итте. Тәүгеһе  «Донъя иҡтисады һәм глобаль һаулыҡ һаҡлау» тип аталды. Пандемия арҡаһында үткән йыл күпселек илдәр властары бюджет дефицитын һиҙелерлек кәметергә мәжбүр була. Рәсәйҙә иһә 2020 йылда халыҡҡа, бизнесҡа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күләмле ярҙам фонында бюджет дефициты дүрт процентҡа үҫкән, был хеҙмәт баҙарын тергеҙеүгә булышлыҡ иткән.

«Беҙҙең өсөн иң мөһиме – рәсәйлеләрҙең именлеге тураһында хәстәрлек күреү», - тип билдәләне Президент үҙенең сығышында.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: