+23 °С
Дождь
Антитеррор
ИҠТИСАД
16 Декабря 2021, 06:00

Халыҡ-ара бизнес аҙналығының икенсе көнө

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы төбәк һәм федераль власть вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм төрлө илдәрҙән килгән эшҡыуарҙарҙы берләштерҙе.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығының икенсе көнөХалыҡ-ара бизнес аҙналығының икенсе көнө
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының икенсе көнө

Форумдың икенсе көнө халыҡ-ара кооперацияға һәм территорияларҙы үҫтереү технологияларына бағышланды. Эш Башҡортостан хөкүмәте башлығының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың Беларусь делегацияһы менән осрашыуынан башланды. Шулай уҡ был көндө «Рәсәй менән Тажиҡстан Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыуға 30 йыл» тигән күргәҙмә лә ойошторолдо. Ойоштороусылар билдәләүенсә, форумдың икенсе көнөндә төп тема - Башҡортостан менән Төркиә араһында аралашыу.Осрашыуҙа тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева менән Төркиә Республикаһы Идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рәджәп Калынч һәм башҡалар бизнес мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре лә мөһим. Вәкилдәр сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендә мөһим һорауҙарҙы ҡараны. Бынан тыш, донъялағы интернет-сауҙа мөмкинлектәре тураһында ла һорауҙар күтәрелде. Шулай уҡ бөгөнгө ваҡиғаларҙан «Рәсәй эксперт үҙәге» һәм  «Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам үҙәге» уҙғарған «WOOD MARKET»ты билдәләргә мөмкин. «Рәсәй» телеканалы алып барыусыһы Мария Ситтель төп сараның модераторы булды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, форумдың икенсе көнө һуңында республиканың дәүләт власы органдары, коммерция булмаған ойошмалар һәм бизнес араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС-та ҡатнашҡан илдәр берҙәмлегенең бөгөнгө көн йырҙары фестивале үтте.

  "Башинформ" агентлығы материалдарынан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:"Башинформ" агентлығы
Читайте нас