Киләһе йылда Башҡортостанда «Lasselsberger» компанияһының сираттағы предприятиеһын төҙөү башлана.
Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында барған «Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021» форумында ошо хаҡта белдерҙеләр.
«Өфө районында «Lasselsberger» компанияһының бик ҙур плитәләр етештерәсәк тағы бер заводын төҙөргә булдыҡ. Быға тиклем эшләнгәндәре ҙур түгел, ә быларының 10х4 йәки 10х6 метр үлсәмендә буласағы күҙаллана. Беҙҙең республикала быға тиклем ундай плитәләр етештерелмәй ине. Ошондай үлсәмлеләре хәҙер - донъя тренды», – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Ул әле ошо предприятиеның техник документтарын яраштырыу процесы барыуы тураһында белдерә. 7,8 миллиард һумлыҡ был инвестиция проектын 2026 йылға саҡлы тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Өфө районында керамик плитәләр етештереү буйынса Европалағы иң ҙур завод иҫәпләнгән бер «Lasselsberger Ceramics» заводы эшләп килә, ул йылына ун миллион квадрат метр плитә етештерә.
Автор:Рәшит Кәлимуллин.
Фото: «Башинформ».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.