+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Декабрь 2021, 10:00

Башҡортостан иҡтисады тергеҙелә

Башҡортостан иҡтисадын тергеҙеү тулы ҡеүәтенә бара, - тип белдерҙе Өфө ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында беренсе вице-премьер – төбәктең иҡтисади үҫеше һәм инвестициялар сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Башҡортостан иҡтисады тергеҙелә
Башҡортостан иҡтисады тергеҙелә

Рөстәм Моратов билдәләүенсә, 2021 йыл төбәк иҡтисады өсөн уңышлы тамамлана, күрһәткестәрҙең күбеһе көрсөккә тиклемге әһәмиәткә еткән дә инде.

«Ағымдағы йылдың ике кварталында төбәк иҡтисадына инвестициялар күләменең үҫеше бер ни тиклем шау-шыу тыуҙырҙы. Өсөнсө квартал яҡшы һандар күрһәтте: инвестициялар күләме 103,6 процент тәшкил итте. Йылды иһә тағы ла яҡшыраҡ тамамлаясаҡбыҙ. Күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарға сыҡтыҡ. Был сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәле (унда беҙҙең республика беренсе урын яуланы) булыуы, шулай уҡ беҙ – инвестициялар климатының милли рейтингында алдынғы биш төбәк араһында булыуыбыҙ ҙа», - тине «Асыҡ әңгәмә» пленар осрашыуы йомғаҡтары буйынса «Башинформ»ға биргән интервьюһында Рөстәм Моратов.

Шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәләрҙе яҡшыртырға кәрәкле күрһәткестәр ҙә бар әле. Һүҙ, тәү сиратта, ауыл хужалығы тураһында бара. 2021йылғы ҡоролоҡ агросәнәғәт комплексының иҡтисади күрһәткестәренә һиҙелерлек йоғонто яһаны.

«Был, һис шикһеҙ, ауыл хужалығы, быйылғы ҡоролоҡ. Шуға бында уйланырлыҡ нимәләр бар әле», - тине республика хөкүмәтенең вице-премьеры.

«Башинформ» элегерәк хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дәүләт ярҙамы сараларының дүртенсе пакетын әҙерләү аҙағына яҡынлаша. Уның күп өлөшө ауыл хужалығы, мелиорация һәм бөтә техниканы модернизациялауға йүнәлтелгән.

Автор: Галина Бахшиева.

«Башинформ» агентлығы материалдарынан.

Фото: bashinform.ru.

Автор:"Башинформ" агентлығы
Читайте нас: