

«Аcыҡ диалог»та төбәк власы органдары, бизнесты үҫтереү институттары, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, һәм, әлбиттә, шәхси эшҡыуарҙарҙан алып эре компаниялар директорҙарына тиклем бизнесмендар ҡатнашты. Бер үк ваҡытта ике яҡлы аралашыуға Башҡортостан муниципалитеттарының бөтә бизнес-структуралары ла тиерлек ҡушылды. Пандемия шарттарында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам өлкәһендә дәүләт менән бизнестың үҙ-ара мөнәсәбәте фекер алышыуҙың төп темаһы булды.
Рәсәйҙең билдәле радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы, кино актеры һәм кино режиссеры Александр Гордон МСП корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич һәм БР Эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов ҡатнашлығындағы дискуссияның модеаторы булып сығыш яһаны. Уға Бәләбәй районы бизнес-шерифы Татьяна Горденко ярҙам итте. Ул модераторҙың кемәр улар, Башҡортостандың бизнес-шерифтары тигән беренсе һорауына яуап бирҙе.
МСП корпорацияһы башлығы кесе һәм урта
эшҡыуарлыҡҡа ярҙам формалары һәм форматтарының даими үҙгәреп тороуы тураһында һөйләне. Корпорация илебеҙҙең күпселек төбәктәрендә эксперименталь пилот проекттары ебәрә, улар уңышлы булған осраҡта бөтә илгә тарала.
- Һуңғы өс йылда эшҡыуарҙар, ысынлап та, ныҡлыҡҡа һынау үтте. Беҙ әле генә бизнес-әүҙемлек тергеҙелә бшлағанын күрәбеҙ – коронавирусҡа тиклемге күрһәткестәргә сығабыҙ. Был, һис шикһеҙ, Башҡортостан уңышының тарихы, - тине Нияз фазылов.
Александр Исаевич МСП корпорацияһының бизнесҡа административ баҫымды радикаль йомшартыуҙы тормошҡа ашыра башлауы тураһында хәбәр итте.
«Асыҡ диалог» һуңында төбәк бизнесына етди өлөш индергән, яңы эш урындары булдырған һәм эшҡыуарлыҡ имиджын формалаштырған республиканың иң яҡшы эшҡыуарҙарын ҡотлау тантанаһы үтте.Александр Исаевич уларға – МСП корпорацияһының, ә республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов БР Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Автор: Денис Бородин.
Фото: «Башинформ" агентлығы.